Төньяҡ дисциплиналар

Төньяҡ дисциплиналар (рус. Северные дисциплины) — халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы (ФИС) тарафынан тау саңғыһы дисциплиналарынан, фристайлдан һ. б. айырмалы рәүештә, саңғы ботинкаһының табаны саңғыға ҡаты беркетелмәгән саңғы спорты төрҙәрен билдәләү өсөн ҡулланылған атама.

Төньяҡ дисциплиналарға түбәндәге спорт төрҙәре инә[1]:

  • Саңғы ярыштары
  • Роликлы саңғыла ярыштар
  • Саңғыла трамплиндан һикереү
  • Саңғыла осоу
  • Төньяҡ комбинацияһы
  • Төньяҡ комбинацияла команда ярыштары
  • Роликлы саңғылар менән төньяҡ комбинацияһы
  • Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса команда ярыштары
  • Яһалма япмалы трамплиндан саңғыла һикереү
  • Күмәк саңғы ярыштары

Төньяҡ дисциплиналарының бөтә төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар ФИС календарына ярашлы үткәрелә[2]

Дисциплина эсендә төрлө ярыштар үткәрелә. Мәҫәлән, саңғы ярыштары төрлө дистанцияларҙа (5 км, 10 км, 15 км, 30 км, 50 км,), эстафеталарҙа үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

  1. FIS. Общие правила для всех соревнований. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2010 года.
  2. Официальный сайт ФИС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2009. Архивировано 31 декабрь 2025 года.

Категориялар