Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов)
Тарихы
1972 йылда асыла. 400 гектар майҙанды биләй. Ҡәберлектәр һаны — 500 меңдән ашыу. 2009 йылға ҡарата 355 гектарҙа ерләүҙәр һаны 355034 тәшкил иткән. Зыяратта крематорий эшләй, әммә мәрхүмдәрҙең туғандары күпселек традицион ерләү йолаларына өҫтөнлөк бирә. Төньяҡ зыяратта шулай уҡ Изге Покров ҡорам-сиркәүе, колумбарий, административ ҡоролмалар, ҡәбер ҡоролмалары менән шөғөлләнгән фирмалар урынлашҡан.
Зыярат биләмәһендә автобустар йөрөй, хәрәкәт интервалы — 30 минут.
Зыярат даими ҙурая. Йәйге айҙарҙа ерләүҙәр һаны көнөнә 50 кешегә етте.
Көнсығыш яҡтан зыярат «Темерницкий» совхозыерҙәре менән сиктә. Төньяҡтан зыяратҡа «Суворов» торлаҡ биҫтәһе йәнәш тора. Зыяраттың көньяҡ-көнсығыш осонан 300 м алыҫлыҡта «Ашан» һәм «Леруа-Мерлен» магазиндары урынлашҡан. Зыяраттың көньяҡ-көнбайыш яғында йорт хайуандарын ерләү урыны булған, аҙаҡ, 2016 йылда һүтеп алынған[1].
Зыяраттың абруйлы кварталдарына инеү урыны даими видеокүҙәтеү һәм һаҡлау аҫтында тора, был ҡиммәтле ҡәбер таштарын һәм һәйкәлдәрҙе вандалдар емереүен булдырмаҫ өсөн эшләнә.
Зыярат хакимиәтенең компьютер мәғлүмәттәр базаһы 1974 йылдың декабренән башҡарылған ерләүҙәрҙе эҙләү мөмкинлегенә эйә.
Төньяҡ зыяратта Ростов яҙыусыһы Антон Вильгоцкийҙың «Пастырь мертвецов» романының бер эпизодынан ваҡиғалар һүрәтләнә[2]
Фотоһүрәттәр галереяһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Ростове разрушили кладбище домашних животных (рус.). 30 апрель 2018 тикшерелгән.
- ↑ Добрый маг против сил зла. О чём первый роман-фэнтези про Ростов-на-Дону. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2018.
Һылтанмалар
- Статья о Северном кладбище в «Независимой газете»
- Страница муниципального предприятия специализированных коммунальных услуг о Северном кладбище
- Галерея фотографий Северного кладбища на сайте Panoramio 2016 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
- Фотографии Северного кладбища
- Контактная информация администрации Северного кладбища
- на Яндекс-картах
- Кладбища на всех не хватит - «Ростовское агентство новостей»
- Пожар на Северном кладбище в Ростове устроили родственники умерших