Тасуирлама
Йылға Яйыҡ (Урал) йылғаһының һул яғында урынлашҡан һәм көнсығыштан көнбайышҡа табан аға. Муғалжар тауҙары итәгенән башлана. Тауҙарҙан көньяҡҡа табан алыҫлашҡан һайын ярҙары тигеҙләнә башлай, ә артабан бөтөнләй ярҙары яҫы була.
Уйылдың оҙонлоғо — яҡынса 800 км. Йылға бассейны майҙаны — 31 500 км²[4]. Түбәнге ағымында ҡултыҡтарға һәм юлаҡтарға бүленә, тоҙло ләмдәр менән тамамлана йәки Каспий буйы уйһыулығында Аҡтүбә күленә ҡоя. Уң яҡ яры уйһыу, һул яры бейегерәк.
Уйылдың күп кенә ҡушылдыҡтары бар, уларҙың иң ҙурҙары: һул яҡтан — әсе тоҙло һыулы Әсе Уйыл (ҡаҙ. Ащыойыл) һәм уң яҡтаны — Ҡыйыл (ҡаҙ. Қиыл).
Мәҙәниәттә
«Уйыл» башҡорт халыҡ йыры йылға исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Уил // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Уильское укрепление // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Темир, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Уил // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Әҙәбиәт
- Уил // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)