Урыҫ һалдаты атта (скульптура)
Атлы артиллерист — скульптура, Касли ҡойоу ысулы менән Пётр Карлович Клодттың 1830-сы йылдарҙағы моделе буйынса эшләнгән. Объекттың номенклатура атамаһы: Русский солдат на коне[1].
Тарихы
Моделдең тәүге исеме — «Артиллерист». XIX быуат аҙағында — XX быуат башында был статуэтка Касли суйын ҡойоу заводында каталог буйынса заказдар нигеҙендә күпләп сығарыла. Был эш Клодт ижадындағы иң тәүгеләрҙең береһе тип иҫәпләнә[2].
Тасуирламаһы
Скульптура атҡа атланған хәрбиҙе һүрәтләй. Һыбайлы кәүҙәһен һәм башын туры тота. Һул ҡулы менән теҙген тотҡан, уң ҡулы бот төбөнә таянған. Фигура баҫма яғалы һәм киң ҡайтармалы мундир кейгән, башында — бескозырка. Эйәр аҫтында «Н I» символдары яҙылған вензелле сергетыш урынлашҡан. Арҡаһында төрөлгән шинель һүрәтләнгән.
Скульптураның нигеҙе дүртмөйөшлө формала һәм тупраҡ өҫтөн хәтерләтә. Аттың артҡы һул аяғында диагональ буйынса курсив менән «Бар.Клодтъ» тип яҙылған.
Материалдар һәм техника
Скульптураны эшләү өсөн суйындан ҡойоу ысулы ҡулланылған. Был техника изделиеның юғары ныҡлығына һәм деталләштереүенә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Һаҡланған урыны
Скульптура Санкт-Петербургтағы А. В. Суворовтың дәүләт мемориаль музейында һаҡлана. Уға 1901 йылда нигеҙ һалынған һәм ул полководец иҫтәлегенә арналған. Уның коллекцияһында хәрби тарих менән бәйле шәхси әйберҙәрҙе, документтарҙы һәм сәнғәт объекттарын үҙ эсенә алған 100 меңгә яҡын экспонат иҫәпләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Скульптура конная. Русский солдат, предположительно Драгунского полка в мундире 1828-1855 гг. Госкаталог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2025.
- ↑ Скульптура «Артиллерист верхом». Касли суйын ҡойоу заводы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2025.