Утва
Сыңғырлау - (рус. Утва, ҡаҙ. Шыңғырлау [1]— Шынгирлау— Ҡаҙағстандағы йылға, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аша аға, Яйыҡ йылғаһының һул ҡушылдығы.
Тасуирламаһы
Йылға оҙонлоғо — 290 км, бассейн майҙаны — 6940 км²
Сыңғырлауҙың шишмә башы Урал буйындағы яйлала 250 метр бейеклектә урынлашҡан. Яйыҡҡа 42,0 м бейеклектә ҡушыла.
Бормаланып аға, бигерәк тә түбәнге ағымында, сөнки унда иҫке үҙәндәр күп. Ноябрь айында туңа, апрель уртаһында боҙҙан әрселә. Йылға һыуы һуғарыу һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла.
XХ быуат башында киңлеге урыны менән - 12 сажинға, тәрәнлеге 5 футтан тиклем 3 сажинға еткән, кисеүҙәр күп булған[2].
Уң яҡ ярында Аҡсай[3] ҡалаһы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |