Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын ҡыҙы
Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын ҡыҙы (Фәризә Унгарсын ҡыҙы Унгарсынова, ҡаҙ. Фариза Оңғарсын қызы Оңғарсынова; 25 декабрь 1939, Манаш ауылы, Яңы Богатин районы, Гурьев өлкәһе — 23 ғинуар 2014, Астана)- шағирә, Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1996), Абай исемендәге Ҡаҙаҡ ССР -ы Дәүләт премияһы лауреаты (1979), йәмәғәт эшмәкәре, бер нисә шиғри китаптар һәм публикациялар авторы.
Биографияһы
Гурьев өлкәһенең Яңы Богатин районы Манаш ауылында (хәҙерге Атырау өлкәһе) тыуған. Байыулы. ҡәбиләһенең аҙай ырыуынан сыҡҡан[1][2][3]. Фәриҙәнең атаһы Уңғарсын Иманғәлиев Ҡаҙағстанда хөрмәтле кеше була. Атырау өлкәһендә беренсе булып балыҡсылыҡ хужалығын ойоштора. Ә әсәйе Кәлимә Иманғәлиева ғәрәп телен белә һәм ҡаҙаҡ теле әҙәбиәтен яҡшы белә. Фәриҙәгә исем Манаш ауылында Нәсимулла исемле татар муллаһы аҙаны менән бирелә. Фәризә «уникаль» тигәнде аңлата. Фәриҙә ғаиләлә иң кесеһе була, ағайҙары һәм апайҙары иртә вафат булалар. Атаһы ла иртә вафат була, ә әсәһе 70-се йылдарҙа үлә. Бала саҡтан шағирә үҙенең шиғри сифаттарын күрһәтә, уға йоғонто яһаған сәбәптәр арҡаһында шиғырҙар яҙа. Улдары Айвар һәм Алмас, килендәре Анара һәм Аида, ейәндәре Анита, Алан, Анель, Әхмәтйән, Аслан һәм Алһыу. Шулай уҡ яҙыусы иртә йәшендә вафат булған бер туған ҡустыһының улдарын һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләй[4].
1961 йылда Гурьев педагогия университетының филология факультетын тамамлай.
1961 йылдан алып 1969 йылға тиклем сиратлап ҡаҙаҡ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ауыл мәктәптәрендә уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары һәм директор вазифаларын биләй.
1966 йылда журналист эшмәкәрлеген «Коммунистік ембек» («Коммунистик хеҙмәт») Гурьев өлкә гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһынан башлай.
1969-1970 йылдарҙа Гурьев, Аҡтүбә, Урал өлкәләре буйынса «Лениншіл жас» («Ленин йәштәре») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була.
1970-1977 йылдарҙа «Қазақстан пионері» («Ҡаҙағстан пионеры») республика гәзите мөхәррире вазифаһын биләй.
1978-1996 йылдарҙа — «Пионер» республика журналының баш мөхәррире.
1996-2004 йылдарҙа — I һәм II саҡырылыш Ҡаҙағстан Парламенты Мәжлесе депутаты.
2014 йылдың 23 ғинуарында 74 йәшендә вафат була. Үлеменең сәбәбе аталмай[5]. 2014 Йылдың 27 ғинуарында Астанала Милли пантеонда Ҡабанбай батыр мавзолейы эргәһендә ерләнә[6].
Наградалары һәм премиялары
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
- Ҡаҙаҡ ССР-ының Абай исемендәге Дәүләт премияһы (1979)
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1985)
- Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1996)[7]
- Парасат ордены (1996)
- I дәрәжә Достык ордены (2009)[8]
- Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы
Һылтанмалар
- Купрякова, Наталья. Фариза Онгарсынова. «Казахстанская правда», 2013, 21 марта С. 12. «Территория молодых». Объединение молодых библиотекарей МАУК «Ишимская городская централизованная библиотечная система» (5 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2014. Архивировано 2 февраль 2014 года.
- Нурсултан Назарбаев выразил соболезнования родным поэтессы Фаризы Онгарсыновой 2014 йылдың 29 ғинуар көнөндә архивланған.
- Прощание с Фаризой Онгарсыновой пройдет 27 января в Астане 2014 йылдың 29 ғинуар көнөндә архивланған.
- С Фаризой Онгарсыновой прощаются в Астане 2014 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.
- Тулеген Мухамеджанов: Поэзия Фаризы Онгарсыновой будет вечно жить в сердцах 2014 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- Умерла народная поэтесса Фариза Онгарсынова Новости за сегодня. Информационный портал Zakon.kz (23 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2014. Архивировано 26 ғинуар 2014 года.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Қазақша өлең: Фариза Оңғарсынова (Ақбөбек жырлары) KZ «Білім» өлеңдер. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2020. Архивировано 30 ғинуар 2020 года.
- ↑ Туған жердің топырағы — Фариза Оңғарсынова — Өлеңдер — Bilim — All. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2020. Архивировано 30 ғинуар 2020 года.
- ↑ Әбіш Кекілбаев. «Фариза». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2020. Архивировано 30 ғинуар 2020 года.
- ↑ Фариза Оңғарсынова туралы не білеміз? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2019. Архивировано 1 ноябрь 2019 года.
- ↑ Умерла поэтесса Фариза Онгарсынова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2014. Архивировано 25 ғинуар 2014 года.
- ↑ Фариза Онгарсынова похоронена в Национальном Пантеоне в Астане. 2014-01-27 Общество. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2014. Архивировано 29 ғинуар 2014 года. 2014 йылдың 29 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента РК от 9 декабря 1996 года N 3266. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2016. Архивировано из оригинала 1 февраль 2017 года.
- ↑ Президент вручил госнаграды в преддверии Дня Независимости. 2009-12-15 Общество. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2014. Архивировано 3 февраль 2014 года.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |