Фадеев Павел Николаевич
Павел Николаевич Фадеев (1987 йылдың 29 апреле, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — компьютер графикаһы дизайнеры, керамист[1]. 2012 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы, 2015 йылдан — Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы. Ике тапҡыр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы стипендиаты. Рәсәй һәм сит илдәрҙә 80-дән ашыу күргәҙмәлә ҡатнашыусы.
Биографияһы
Фадеев Павел Николаевич 1987 йылдың 29 апрелендә Башҡорт АССР-ының[2] Ишембай ҡалаһында тыуған[3].
Дөйөм белем биреү мәктәбе менән бер рәттән урындағы сәнғәт мәктәбендә уҡый, артабан Ижевск сәнғәт колледжының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлай[3].
Унда алған белеменә ярашлы — график дизайнер, дипломы буйынса һөнәре — компьютер графикаһы. Үҙенең әйтеүенсә, бала сағынан пластилиндан һәм хатта фаянстан төрлө фигуралар яһаған[3].
2008 йылдан Мәскәүҙә йәшәй[4]. Художестволы керамика студияһында уҡыта, «Архангельское» музей-усадьбаһының күргәҙмә бүлегендә рәссам-дизайнер булып эшләй[4]. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ойошторолған төрлө күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзының Йәштәр комиссияһы ағзаһы.
Эштәре ҡуйылған урындар
• Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейы. Мәскәү,
• «Архангельское» дәүләт музей-усадьбаһы. Мәскәү өлкәһе,
• А. В. Суворовтың дәүләт мемориаль музейы. Санкт-Петербург,
• Ульяновск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы,
• Дәүләт Дарвин музейы. Мәскәү,
• М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Зоология музейы,
• Бобруйск сәнғәт музейы. Белоруссия,
• «Вятское» тарихи-мәҙәни комлексындағы Н. А. Некрасов музейы. Ярославль өлкәһенең Вятское ауылы,
• Воскресенск картиналар гелереяһы,
• Ишембай картиналар галереяһы,
• Салауат картиналар галереяһы,
• Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы,
• М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейы,
• «Мираҫ» картиналар галереяһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Рәссамдар союзының Мәскәү ойошмаһы ХХХ Йәштәр күргәҙмәһенең 3-сө дәрәжә дипломы (2011)
- Рәсәй Рәссамдар союзының Мәскәү ойошмаһы ХХXIII Йәштәр күргәҙмәһенең 1-се дәрәжә дипломы (2013)
- Ульяновск өлкәһе Сәнғәт һәм мәҙәни сәйәсәт министрлығының Рәхмәт хаты (2012)
- Мәскәү Йәмәғәт ойошмалары йортоноң Рәхмәт хаты («И. А. Гончаров әҫәрҙәрендә рус усадьбаһы традициялары» күргәҙмәһендә ҡатнашҡаны өсөн, 2012)
- Егорьев тарихи-художество музейының Рәхмәте («Иван-чай» күргәҙмә-проектында ҡатнашҡаны өсөн, 2012)
- Тула һынлы сәнғәт музейы, «Иван-чай» күргәҙмә-проектында ҡатнашҡаны өсөн таныҡлыҡ (2012)
- «Гончаров әҫәрҙәрендә ХІХ быуат рус усадьбаһы традициялары» күргәҙмәһендә ҡатнашҡаны өсөн Диплом, «Сауҙагәр В. Д. Носов йорто» йәштәр тарихи-мәҙәни үҙәге (2012)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Список Художники-керамисты России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 Учиться никогда не поздно. Мастер-класс П.Фадеева. Сайт «BezFormata.Com» 26.07.2011 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2026)
- ↑ 1 2 Выставка скульптуры и живописи Павла и Анны Фадеевых. Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Мытищинская галерея искусств». Официальный сайт. Павел и Анна Фадеевы. 28 октября – 5 декабря 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2026)
Әҙәбиәт
• И. Вахонина. «Московская выставка ишимбайского художника»: таким нестандартным названием сопроводил свою выставку керамист Павел Фадеев / // Восход.- 2011.- 27 мая.- С. 8. (рус.)
• Р. Кагиров. «Наш» московский художник: выставка декоративной керамики Павла Фадеева / Р. Кагиров // Подметки +.- 2011.- 20 апр.- № 17.- С. 4. (рус.)
Һылтанмалар
• Учиться никогда не поздно. Мастер-класс П.Фадеева. Сайт «BezFormata.Com» 26.07.2011 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2026)
• Выставка скульптуры и живописи Павла и Анны Фадеевых. Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Мытищинская галерея искусств». Официальный сайт. Павел и Анна Фадеевы. 28 октября – 5 декабря 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2026)
• Керамика Павла Фадеева! (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2026)
• Каталог → Специалисты → Фадеев Павел Николаевич. Преподаватель студии (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2026)