Фалькренг Анника
Фалькенгрен Анника (12 апрель 1962 йыл) — 2005 йылдың ноябренән Швецияның Skandinaviska Enskilda Banken (SEB) банктары төркөмөнөң президенты һәм идара итеүсе директоры[7].
Иртә тормошо
Анника Фалькренг 1962 йылдың 12 апрелендә атаһы дипломат булып хеҙмәт иткән Таиландта тыуған.
Белеме һәм карьераһы
Фалькренг Стокгольм университетында иҡтисад буйынса белем ала[8]. 1987 йылда SEB банктар системаһы буйынса уҡырға ғариза бирә[9]. 1987 йылдан SEB банкында стажёр булып эшләй башлай, 1988—2000 йылдарҙа Трейденг һәм баҙар капиталы бүлегендә эшләй. 2001—2004 йылдарҙа «Корпорация һәм институт» бүлеген етәкләй.
2004 йылда Ларс Х. Тунеллдың урынбаҫары була, шул уҡ ваҡытта банктар төркөмөнөң генераль директоры урынбаҫары булып үрләй[10]. Ларс Туннелл Бөтә донъя банкына киткәс 2005 йылдың 10 ноябренән банктары төркөмөнөң президенты булып ҡала[11].
2011 йылдан "Фольксваген концерны"ның күҙәтеү советында ағза була[12]. Киң мәғлүмәт саралары уның тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итә һәм карьераның иң өҫкө баҫҡысына менер алдынан, 2005 йылды бала табыуы тураһында яҙалар. Швед «Бизнес Аҙнаһы» журналы билдәләүенсә Анника Фалькренг 2005 йылда Швецияның иң абруйлы кешеһе. «Онлайн Финанс Яңылыҡтары» порталы уны Европа капиталы баҙарының 100 иң абруйлы кешеһе исемлегендә 68 урынға ҡуя[13]. 2015 йылда ул Европаның, Урта Азияның һәм Африканың иң абруйлы һәм йоғонто яһарлыҡ кешеһе булып таныла[14].
Танылыуы
«Фортуна» журналы Анника Фалькренгты 2008 йылда глобаль бизнеста 8 урынға ҡуя, Европа бизнесында икенсе урында була[15].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Davos 2014 Participant List
- ↑ 1 2 3 Davos 2013 Participant List
- ↑ Davos 2015 Participant List
- ↑ Davos 2016 Participant List
- ↑ Davos 2017 Participant List
- ↑ Annika Falkengren // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Annika Falkengren B.Sc. Businessweek. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2013.
- ↑ Emilie Westholm, «Annika Falkengren 2015 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған. » at the news site Realtid.se, Sept. 29, 2005 (mentions that she studied economics at Stockholm University); SEB Board of Directors 2007 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған. (mentions her degree).
- ↑ Annika Falkengren, EuropeanCEO.com (9 October 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ SEB Board of Directors 2007 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.; «Annika Falkengren VD i SEB 1 januari 2006», press release from SEB dated 15 December 2004.
- ↑ SEB - Pressmeddelanden. Cws.huginonline.com (10 ноябрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2015.
- ↑ Volkswagen Group Changes in Volkswagen’s Supervisory Board. Volkswagenag.com (25 февраль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2015. Архивировано 2 сентябрь 2011 года. 2011 йылдың 2 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ «The Financial News 100 most influential people in European capital markets», Financial News Online, undated. Other Swedes on the list are Marcus Wallenberg (b. 1956), President and CEO, Investor AB, chairman of Skandinaviska Enskilda Banken (no. 43), Conni Jonsson, Managing partner, EQT Partners (78), Björn Savén, Chairman and chief executive, Industri Kapital (92), and Karin Forseke, Chief executive, Carnegie Investment Bank (98).
- ↑ MPW: Europe, Middle East & Africa (билдәһеҙ) (14 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2016.
- ↑ Amanda Billner Tre svenskor bland världens mäktigaste affärskvinnor | SvD. E24.se (3 сентябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2015.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |