Ферапонтов Владимир Петрович (Советтар Союзы Геройы)
Влади́мир Петро́вич Ферапо́нтов (1909 йылдың 12 июне, Бәләбәй, Өфө губернаһы — 1943 йылдың 18 ноябре, Украина ССР-ы) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
1940 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Ферапонтов Владимир Петрович 1909 йылдың 12 июнендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Бәләбәй ҡалаһында тыуған[1].
Урыҫ. Ферапонтовтарҙың ҙур ғаиләһендә дүрт бала үҫә, Владимир иң өлкәне була, шуға күрә уға иртә хеҙмәт татырға тура килә. Атаһы — конторала (рус.)баш. эшләй, әсәһе — йорт хужабикәһе була.
1922—1927 йылдарҙа Бәләбәйҙең хәҙерге 1-се мәктәбендә уҡый, 10 класты тамамлай.
Артабан Бәләбәй ҡалаһында балалар колонияһында тәрбиәсе һәм 1-се урта мәктәп директоры булып эшләй, ул саҡтағы Дәүләкән ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһындағы ҡала) 2-се мәктәп директоры һәм математика уҡытыусыһы (1941—1943), Дәүләкән районы халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы (1929—1937) була.
1943 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдың авгусынан алғы фронт һыҙығында.
202-се гвардия уҡсылар полкының 1-се уҡсылар батальоны 1-се пулемёт ротаһының пулемёт расчёты (рус.)баш. командиры гвардия өлкән сержант Владимир Ферапонтов Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Украинаның Киев өлкәһе Кагарлык районы Балыко-Щучинка ауылы районында беренселәрҙән булып Днепрҙың уң ярына сыға, ауылға баҫып барып инә һәм үҙенең пулемёт уты менән взводҡа яҡын гитлерсыны ҡыра[2].
Артабанғы көндәрҙә — 1943 йылдың 3 октябренә тиклем — дошмандың 15 контратакаһын (рус.)баш. кире ҡаға һәм 80-дән ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
1943 йылдың 18 ноябрендә Владимир Петрович Ферапонтов һуғыштарҙың береһендә алған яраларынан вафат була. Украинаның Киев өлкәһе Переяславль-Хмельницкий районындағы Ерковец ауылында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 ноябрендәге Указы менән, командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн, гвардия өлкән сержанты Ферапонтов Владимир Петровичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3];
- Ленин ордены (13.11.1943);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.11.1943);
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Владимир Петрович Ферапонтовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль (рус.)баш. районы Дәүләкән ҡалаһының 4-се лицейы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Ферапонтов Владимир уҡыған 1-се Бәләбәй урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Унда ошондай яҙыу бар:
«Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Владимир Петрович Ферапонтов уҡыны. Пехотасы».
- Бәләбәй ҡалаһының Красноармейская урамындағы Ферапонтов йәшәгән 68-се йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Ерковцы
- Ерковцы ауылында һәйкәл ҡуйылған[1].
- Дәүләкән ҡалаһында урам Герой исемен йөрөтә.
- Дәүләкән ҡалаһының 2-се урта мәктәбе биләмәһендә СССР Геройына һәйкәл тора[1]..
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Каримова. Ферапонтов Владимир Петрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Ферапонтов Владимир Петрович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ферапонтов Владимир Петрович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ферапонтов Владимир Петрович (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Ферапонтов Владимир Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026)
- Официальный сайт движения «Бесмертный полк». Ферапонтов Владимир Петрович, старший сержант (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026)
- Официальный сайт муниципального бюджетного учреждения районный Дом культуры муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан. Ферапонтов Владимир Петрович, Герой Советского Союза (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026)
- Управление культуры Давлекановский район. Официальный сайт. День памяти Героя Советского Союза В. П. Ферапонтова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026)