Фәйезов Мөхәррәм Хәбиб улы

Фәйезов Мөхәррәм Хәбиб улы (31.01.1909-7.05.1976) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ефрейтор, уҡсы[1].

Тормош юлы

Мөхәррәм Хәбиб улы Фәйезов 1909 йылдың 31 ғинуарында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы Мырҙалар Мәсетлеһе (хәҙер — Салауат районы Мәсетле) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Грамотаһыҙ. Комсомол ағзаһы түгел.

1931 йылда Ҡыйғы район хәрби комиссариаты Мөхәррәм Хәбиб улының хәрби хеҙмәткә яраҡлылығын раҫлай һәм запас яугир тип билдәләй.

Хәрби юлы

1941 йылдың 26 июлендә Салауат районы хәрби комиссариаты Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡыра. Тәүҙә Цугол дацаны хәрби часына оҙатыла[2][3]. Күнекмәләр үткәндән һуң, 246-сы уҡсылар дивизияһы составындағы 908-се уҡсылар полкына хеҙмәткә билдәләнә. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем пулемётсы булараҡ алыштарҙа ҡатнаша.

Тарихи белешмә

246-сы уҡсылар дивизияһы 1941—1942 йылдарҙа Калинин фронтының бер участкаһында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша.

1941 йылдың 6 декабрендә дөйөм һөжүмгә күсә, 20 тораҡ пунктын азат итә. Зубцов ҡалаһы өсөн һуғыша, Ржев янында оборона тота.

1943 йылдың йәйендә дивизия Севск ҡалаһы районында Курск дуғаһының уң флангында оборона тота.

1943—1944 йылдарҙа дивизия Украинала Бердичев, Новоград-Волынск, Изяслав, Шумское, Львов, Пшемысль ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 908-се уҡсы полкы Львов исеменә, 246-сы дивизия 1944 йылдың 19 мартында Шумская тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

1944—1945 йылдарҙа дивизия Польшала Краков ҡалаһын, Үрге Силезияны; Чехословакияның Опава, Моравска—Острава ҡалаларын азат итә. Прагала хәрби юлын тамамлай.

Мөхәррәм Хәбиб улы Фәйезов, 246-сы дивизияның 908-се уҡсылар полкы яугире, Еңеү яҙын 1-се Украин фронты ҡарамағындағы 28-се уҡсылар корпусы 60-сы армия составында ҡаршылай.

СССР Юғары Советының 1945 йылдың 25 апрелендәге Указына ярашлы, 1945 йылдың ноябрендә демобилизациялана һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

М. Х. Фәйезов 1976 йылдың 7 майында вафат була, Мәсетле ауылында ерләнгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Ғаиләһе

Фәйезов Мөхәррәм Хәбиб улы Мәрйәм исемле ҡыҙға өйләнә. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандан һуң, «Йүрүҙән» колхозында хеҙмәт итә.

Хәтер

Фәйезов Мөхәррәм Хәбиб улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа [5] һәм БР-ҙың Салауат районы Мәсетле ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Они вернулись с победой. т. 9: Российская Федерация, Республика Башкортостан. Города Нефтекамск, Октябрьский, Салават ; Мишкинский, Нуримановский, Салаватский районы. т. 9. — 2004. 731 с. : ил.; ISBN 5-295-03394-5
  • ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005460 Опись: Картотека
  • ЦАМО, Фонд: 7563, Опись: 60915, Дело: 16, Лист начала документа в деле: 1а об. Авторы документа: 908 сп 246 сд, майор Лавреин

Иҫкәрмәләр

  1. Память народа. Списки призыва и демобилизации. Фаизов Мухарям Хабибович
  2. Память народа. Списки призыва и демобилизации. Фаизов Мухарям Хабибович
  3. БРЭ. Цуго́льский даца́н
  4. ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005460 Опись: Картотека
  5. РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 731 ISBN 5-295-03394-5