Фәссәхетдинов Миңдәхмәт Фәссәхетдин улы
Фәссәхетдинов Миңдәхмәт Фәссәхетдин улы (1912-14.06.1942) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы, ҡылыссы кавалерист[1].
Тормош юлы
Миңдәхмәт Фәссәхетдин улы Фәссәхетдинов Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы Илсекәй ауылыында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) Фәтхетдинов Фәссәхетдин Фәтхетдин улы һәм Мырҙалар ырыуы Илтәй ауылынан төшкән беренсе ҡатыны Фәхерниса менән никахынан 1912 йылда тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәҙрәсәһендә ала.
Ғәйнетдинов Хисаметдин мулланың кибетендә һатыусы булып эшләй. Колхоз төҙөлөшөндә ҡатнаша[2].
Хәрби хеҙмәте
Фәссәхетдинов Миңдәхмәт Фәссәх улын Малаяҙ хәрби комиссариаты 1941 йылдың 12 декабрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
Благовещен заводы биләмәһендә ойошторолорға тейешле 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире булырлыҡ күнекмәләр үтергә ебәрелә.
6-сы гвардия кавалерия дивизияһының 28-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[3].
- Тарихи белешмә
6-сы гвардия кавалерия дивизияһы 1941 йылдың 26 июнендә немец-фашист ғәскәрҙәре менән беренсе алышта ҡатнаша.
1941 йылдың аҙағына Харьков һәм Донбасс райондарын үҙ составына 38-се, 6-сы, 12-се, 18-се, 9-сы, 37-се һәм 56-сы армияларын индергән Көньяҡ-Көнбайыш (Костенко) һәм Көньяҡ (Малиновский) фронттары ғәскәрҙәре һаҡлай. Уларға 6-сы (Рейхенау), 17-се (Гот) немец армиялары, 1-се танк (Клейст) армиялары һәм итальян экспедиция корпусы (Рунштедт) ҡаршы тора.
1941 йылдың декабрендә Донбасс һәм Харьков райондарында фронттағы хәл тотороҡло була. 1941 йылдың ноябрь-декабрендә совет ғәскәрҙәре уңышлы Ростов операцияһын атҡара һәм немецтарҙы Дондағы Ростовтан ҡыуып сығара.
1941 йылдың 25 декабрендә хәрби ҡаҙаныштары өсөн дивизия 6-сы гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә. 1942 йылда З-се гвардия кавалерия корпусы составында (һуғыш аҙағына тиклем) Елец йүнәлешендә, Щигров һәм Харьков ҡалалары райондарында, Донда һәм Сталинград янында хәрби хәрәкәттәрҙе уңышлы алып бара.
Мәскәү янында немецтарҙы тар-мар иткәндән һуң, Юғары Баш командование Ставкаһы Ладоганан Азов диңгеҙенә тиклем бөтә совет фронттарының тоталь һөжүмен талап итә. Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеш командованиеһы (Тимошенко) 1941 йылдың декабрь аҙағында Көньяҡ-Көнбайыш (Костенко) һәм Көньяҡ (Малиновский) фронттары командованиеһына Днепропетровск һәм Запорожье райондарында Днепрға тиҙ сығыу маҡсатында Харьков һәм Донбасс районында һөжүм операцияһын әҙерләү, боҙ буйлап һыу кәртәһен аша сығыу һәм уң яҡ ярындағы плацдармдарҙы баҫып алыу, шулай уҡ Харьков һәм Донбасты азат итеү бурысын ҡуя. Беренсе этапта операция Харьков, ә 1942 йылдың ғинуар аҙағында Барвенков-Лозов операцияһы тип атала.
Операция 1942 йылдың 18-31 ғинуарында Көньяҡ-Көнбайыш һәм Көньяҡ фронттар көстәре тарафынан үткәрелә[4]. 1942-1943 йылдың ҡышында Фәссәхетдинов Миңдәхмәт Фәссәх улы Көньяҡ фронттың Донбастағы һөжүм операцияһында ҡатнаша. Фәссәхетдинов 1942 йылдың 14 июнендә һәләк була. Украина ССР-ы Харьков өлкәһенең Велико-Бурлуцкий районындағы (хәҙер — Боровский районы) Жуков Яр ауылынан көнсығышҡа табан 500 метр алыҫлыҡта ерләнгән[5][6].
Ғаиләһе
Фәссәхов Миңдәхмәт Фәссәх улы күрше Сүрәкәй ауылы ҡыҙы Мәүзифа Шәғәле ҡыҙына өйләнә. Балалары: Миңдефәйә (1938—2005), Өлкәр (20.02.1940-2019)
Хәтер
Фәссәхетдинов Миңдәхмәт Фәссәхетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[7] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- Источник информации: ЦАМО Фонд: 58 Опись: 818883: 1376
- Источник информации: ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005460
Һылтанмалар
- Память народа. Печатная Книга Памяти. ФАССАХЕТДИНОВ Миндиахмет Фассахович
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Фассахов Миндиахмет Фассахович
- Харьковское сражение. Январь 1942 года. Образование барвенковского выступа. 19.09.2019
- Харьковское сражение 1942 года
- Память народа. Донесение о безвозвратных потерях. Фасахов Минахмет
- Документ, уточняющий потери. Фасахов Минахмет
- 28 гвардейский кавалерийский полк 6 гвардейской кавалерийской дивизии. Фотографии
- РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 81 ISBN 5-295-03394-5
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Списки призыва и демобилизации. Фассахов Миндиахмет Фассахович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ 28 гвардейский кавалерийский полк 6 гвардейской кавалерийской дивизии. Фотографии
- ↑ Харьковское сражение. Январь 1942 года. Образование барвенковского выступа. 19.09.2019
- ↑ Память народа. Печатная Книга Памяти. ФАССАХЕТДИНОВ Миндиахмет Фассахович
- ↑ Память народа. Донесение о безвозвратных потерях. Фасахов Минахмет
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 81 ISBN 5-295-03394-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |