Халиҡов Рәшит Мәсғүт улы

Рәшит Мәсғүт улы Халиҡов (рус. Рашид Масгутович Халиков; 1954 йылдың 19 июне, Өфө2004 йылдың 1 апреле, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй дипломаты. 2015—2004 йылдарҙа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Секретарының Яҡын Көнсығыш һәм Үҙәк Азия илдәре менән гуманитар партнерлыҡ мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы. Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2014)[1].

Биографияһы

Рәшит Мәсғүт улы Халиҡов 1954 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[2].

1976 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлағандан һуң, СССР Сит ил эштәре министрлығы системаһында Советтар Союзының Һиндостан Республикаһындағы илселегендә үҙенең һөнәри хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай[1].

1985 йылдан — министрлыҡтың халыҡ-ара иҡтисади ойошмалар бүлеге һәм Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы Даими вәкиллек хеҙмәткәре[2].

1993 йылдан — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Секретары урынбаҫары аппаратының Женевала гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау буйынса етәксеһе[1].

2005 йылдан — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Азия һәм Тымыҡ океан өсөн Гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау буйынса идаралығының (УКГВ) Бангкоктағы төбәк офисы етәксеһе[2].

2006 йылдан — Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау буйынса идаралығының бүлексә директоры[1].

2010 йылдан – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау буйынса Женевалағы идаралығының бүлексә директоры[2].

2011 йылдан – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ливияла гуманитар мәсьәләләр буйынса координаторы[1].

2015 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренәсә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Секретарының Яҡын Көнсығыш һәм Үҙәк Азия илдәре менән гуманитар партнерлыҡ мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы[3].

Дипломат 2004 йылдың 1 апрелендә вафат була[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе