Хэундэ (метро станцияһы)
«Хэундэ» (кор. 해운대) — Пусан метроһының Икенсе линияһындағы ер аҫты станцияһы. Уның ике ҡабырғалы платформалары бар. Станцияны Пусан транспорт корпорацияһы хеҙмәтләндерә. Станция Пусан метрополия-ҡалаһының(Корея республикаһы) Хэундэ-гу районындағы У-дон кварталында урынлашҡан. Исеменән күренеүенсә, Кореяның иң ҙур Хэундэ пляжы станцияға яҡын урынлашҡан.
Станция 2002 йылдың 29 авгусында асылған.
Метро станцияһы 1934 йылдың 15 июлендә асылған Тонхэ-Намбу (Пусан — Пхохан) линияһындағы шул исемдәге тимер юл станцияһы исеме менән бәйле түгел.
Станция эргәһендә урынлашҡан:
- Хэундэ пляжы
- Хэундэ-гу районының административ үҙәге
- Пусан аквариумы
- Тонбэкс (Тонбэк паркы)
- Тальмаджи убаһы
- Нуримар
- Хэундэ башланғыс мәктәбе
- «Вестин Пусан Чосон» ҡунаҡханаһы
- «Глоря Кон» ҡунаҡханаһы
- «Грэнд Хэундэ» ҡунаҡханаһы
Күрше станциялар
| Алдағы станция | Пусан метрополитены | ААрттағы станциялар | ||
|---|---|---|---|---|
| Пусан музейы | Икенсе линия | Чун-дон | ||
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |