Хәрби автомобилсылар көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Хәрби автомобильсылар көнө
Меңсә билдәһе: СССР Ҡороллы Көстәрнең Автомобиль һәм юл (1988 йылдың 4 мартына тиклем) ғәскәрҙәре
Меңсә билдәһе: СССР Ҡороллы Көстәрнең Автомобиль һәм юл (1988 йылдың 4 мартына тиклем) ғәскәрҙәре
Төрө Һөнәри байрам
Ҡабул ителгән 24 февраль 2000 йыл
Билдәләнә Рәсәй Федерацияһы
Дата 29 май
Байрам саралары 29 май
Бәйле Рәсәйҙә беренсе автомобиль ротаһын (авторотаһын) булдырыу көнө менән

Хәрби автомобильсылар көнө, Хәрби автомобилистар көнөРәсәй Федерацияһы автомобиль ғәскәрҙәре хәрбиҙәренең һәм граждан персоналының, шулай уҡ хеҙмәт бурысы буйынса теге йәки был транспорт саралары менән идара итергә тура килгән йәки идара итергә мәжбүр булған бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм хәрби бурысы булғандарҙың һөнәри байрамы.

Был дата Рәсәйҙә йыл һайын 29 майҙа билдәләнә[1].

Тағы ла мөмкин булмаған нәмә бармы, мәҫәлән, автомобилдәр ат арбаларын ғына алмаштырып ҡына ҡалмай, хатта ялан артиллерияһы утына ла ла үтеп инә; орудиелар ташыусы ат урынына хәрәкәтсән бронялы автомобильдәр һуғыш яланына инә, һәм ҡоро ер алышы диңгеҙ алышына оҡшаш була.

Д. Милютин

Рус армияһы автомобилдәре, 1915 йыл

Рус армияһында автомобиль техникаһы беренсе тапҡыр Беренсе донъя һуғышының ауыр йылдарында барлыҡҡа килә. Механик транспорт сараларының аҙ булыуына һәм уларҙың заманса техника менән сағыштырғанда камил булмауына ҡарамаҫтан, ул саҡта уҡ киләсәк автомобиль артында булыуы асыҡлана[2]. Император Николай II указына ярашлы, 1910 йылдың 29 майында Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй империяһында беренсе уҡыу автомобиль ротаһы ойошторола. Формацияның төп бурысы рус армияһының автомобиль частары өсөн механик-водителдәр әҙерләү була. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беренсе авторота Рәсәй ҡораллы көстәренең ғәскәрҙәрен һәм көстәрен автомобиль һәм техник тәьмин итеү үҙәге була.

Туҡһан йыл самаһы үткәс, 2000 йылдың 24 февралендә, Рәсәй федерацияһы оборона министрлығы башлығы И.Д. Сергеев «Хәрби автомобилистар көнө» н беренсе рәсәй автомобиль ротаһы ойошторолған көндә — 29 майҙа билдәләргә бойороҡ сығара[3][4].