Хөсәйениә

Викидата элементы тултырылмаған

Хөсәйениә (ғәр. حسينية‎), шулай уҡ ғәшүрәхана, имамбара һәм таҡиә булараҡ билдәле - Хөсәйен тантаналары үткәреү бинаһы, унда шиғыйҙар 10 ғәшүрәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Кәрбәләлә үлтерелгән ейәне һәм өсөнсө имам Хөсәйен ибн Али йортонда матәм саралары — тәғзиә үткәреү өсөн йыйыла.

Атамаһы

undefined

Исеме Хөсәйен Ибн Али иҫтәлегенә бирелгән.

Йыл һайын шиғыйҙар 680 йылдың 10 октябрендә Кәрбәләлә (Ираҡ) үлтерелгән имам Хөсәйенде тәғзиә үткәреп, иҫкә ала.

Үҙенсәлектәре

undefined
undefined

Хөсәйениә мәсеттән Хөсәйен ибн Али матәме ваҡытында йыйылыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнеүе менән айырыла.

Көньяҡ Азияла Хөсәйениә имамбара, имамбарған йәки ғәшүрәхана исемдәренә эйә. Бахрейн һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ул мәғтам тип атала (ғәр. مأتم‎), Афғанстанда һәм Үҙәк Азияла текиәхана тип йөрөтөлә. Хөсәйениә, ҡағиҙә булараҡ, төп урамда һәм майҙанда, каруанһарай ихаталарында, шулай уҡ кәшәнәләр һәм башҡа ғибәҙәт ҡылыу урындары территорияһында төҙөлә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар