Церетели Василий Зурабович
Василий Зурабович Церетели (31 ғинуар 1978 йыл) — Рәсәй рәссамы. Хәҙерге заман сәнғәтенең Мәскәү музейы башҡарма директоры[1]. Рәсәй художество академияһының вице-президенты[2]. Рәсәй йәһүдтәре конгресының йәмәғәт советы ағзаһы[3]. 2025 йылдың 29 апреленән Рәсәй художество академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы[4].
РАХ академигы (2007; 2002 йылдан — мөхбир ағзаһы)[5]. РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (2007 йылдан).
Биографияһы
Василий Зурабович Церетели 1978 йылдың 31 ғинуарында Тбилисиҙа тыуа. 8-се класҡа тиклем ғаиләһе менән Грузияла йәшәй, һуңынан Нью-Йоркка күсә һәм БМО ҡарамағындағы урта мәктәпте тамамлай. School of Design дизайн университетында һәм Визуаль сәнғәт юғары мәктәбендә уҡый, уны 2000 йылда бакалавр дәрәжәһендә уңышлы тамамлай. 2012 йылда Сколковолағы Мәскәү идара итеү мәктәбендә ЕМВА дәрәжәһен ала.
2001 йылда Мәскәүгә ҡайиҡас Василий Церетели сит ил сәнғәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, 2002 йылда — 1999 йылда ойошторолған Мәскәү заманса сәнғәт музейында башҡарма директор. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Венециялағы халыҡ-ара күргәҙмә комиссары. 2006—2010 йылдарҙа — Венеция художество биенналеһында Рәсәй павильоны комиссары.
Рәссам, фотограф, бер нисә видеоинсталляция авторы булып тора һәм күп һанлы күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Василий Церетели — Рәсәй Художество академияһының вице-президенты, Рәсәй Художество академияһының яңы сәнғәт ағымдары бүлеге етәксеһе, Мәскәү Рәссамдар союзы, Рәсәй Рәссамдар союзы, Сәнғәт белгестәре ассоциацияһы, ИКОМ президиумы, CIMAM, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса совет ағзаһы. Василий Церетели Кандинский Рәсәй милли премияһы жюриһы, хәҙерге заман сәнғәте өлкәһендә Сергей Курехин премияһының жюри ағзаһы, Мәскәү халыҡ-ара йәш сәнғәт биенналеһының ойоштороу комитеты ағзаһы, TERRITORIЯ халыҡ-ара фестиваль-заманса сәнғәт мәктәбенең арт-директоры.
Үҙәк федераль округының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Үҙәк федераль округында Йәмәғәт палатаһында мәҙәниәт һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә өлкәһе буйынса йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия рәйесе, Үҙәк федераль округтың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе буйынса премияһын тапшырыу буйынса конкурс комиссияһы ағзаһы. 2012 йылда Артхроника журналы төҙөгән Рәсәйҙең хәҙерге заман сәнғәтендә иң йоғонтоло 50 кеше исемлегенә инә, 1 урын биләй. 2013 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советына һәм Хәҙерге заман сәнғәте дәүләт үҙәгенең попечителлек советына инә.
2025 йылдың 29 апрелендә Рәсәй художество академияһының 19 майҙа үтәсәк РАХ-тың сираттағы ағзаларын һайлау йыйылышына тиклем ваҡытлыса президент вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[4].
Наградалары
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Кира Сакарелло, испан модельеры. Өс улы һәм ғыҙы бар.
- Атаһы — Реваз Махарадзе[2]
- Әсә — Церетели Елена Зурабовна, сәнғәт белгесе, рәссам.
- Олатаһы — Церетели Зураб Константинович, скульптор, рәссам, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Оләсәһе — Церетели Инесса Александровна (ҡыҙ фамилияһы — Андроникашвили).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Василий Церетели: на современное искусство смотреть нужно проще. РИА Новости (20190507T1200+0300Z). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2019.
- ↑ 1 2 Сноб. snob.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2019.
- ↑ Общественный совет - Российский еврейский конгресс. rjc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2019. 2020 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Василий Церетели назначен и.о. президента РАХ (29 апрель 2025). 29 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Члены Академии. www.rah.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2019.
- ↑ Департамент культуры города Москвы поздравляет Василия Церетели и Михаила Миндлина с награждением французским Орденом Искусств и литературы 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Академик РАХ, Исполнительный директор Московского музея современного искусства Василий Церетели награждён Орденом Изабеллы Католической
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 24 января 2018 года № 21 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
Һылтанмалар
- Василий Церетели на сайте Российской академии художеств
- Василий Церетели на сайте Министерства культуры РФ 2015 йылдың 26 сентябрь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |