Цыденжапов Алдар Баторович

Алда́р Ба́торович Цыденжа́пов (бүр. Сэдэнжабов Баатарай Алдар; 4 август 1991 — 28 сентябрь 2010) — Тымыҡ океан флоты матросы, Рәсәй Геройы, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, «Быстрый» эскадра миноносецында шартлауға юл ҡуймай һәм 300-ҙән ашыу экипаж ағзаһын үлемдән ҡотҡара.

2010 йылдың 24 сентябрендә хәрби дежурға сығып, матрос, Тымыҡ океан флотының төрлө көстәренең Приморье флотилияһы ракета караптары соединениеларының «Быстрый» миноносецының электр-механик хәрби часы хәрәкәт дивизионының машина-ҡаҙан төркөмө ҡаҙанлыҡ командаһы машинисы Алдар Цыденжапов хәүефле шарттарҙа фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронан алып Тымыҡ океан флотының үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге һыу өҫтө морягы була[1][2].

Биографияһы

Алдар Цыденжапов 1991 йылдың авгусында хәҙер Байкал аръяғы крайы булараҡ билдәле Бүрәт автономиялы округында урынлашҡан Агинский ҡасабаһында тыуған. Уның игеҙәк һеңлеһе Арюна, шулай уҡ бер туған ағаһы Булат һәм Ирина бар[3]. Атаһы, Батор Жаргалович, РФ Эске эштәр министрлығында эшләне, ә әсәһе, Билигма Зыдыгаевна, балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы була[4]. Бала саҡтан уҡ Алдарҙың маҡсатҡа ынтылыш кеүек үҙенсәлеге формалаша. Ниндәйҙер маҡсат ҡуя икән, ул шул ниәтен тормошҡа ашырмай туҡтамаған. Уҡытыусылар, синыфташтары араһында Алдарҙың абруйы юғары кимәлдә булыуын һәм уның фекере һәр саҡ хөрмәт ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала[5][6].

Ул 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен уңышлы тамамлай. Башта Алдар юғары уҡыу йортона инергә йыйынған, ләкин аҙаҡ, йәш сағында матрос булған ҡартатаһы Зыдыга Гармаевич Ванчиков өлгөһө менән илһамланып, уҡыуҙы бер аҙға ҡалдырып, флотта хеҙмәт итергә ҡарар итә[7]. Бүрәтстан баш ҡалаһының хәрби комиссариатында егеттең буйы һәм ауырлығының бәләкәй булыуына иғтибар итеп, уның теләген хупламайҙар. Әммә Алдар һәм уның дуҫы Батор Жаргалович, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеү хыялын тормошҡа ашыра[8].

2009 йылдың ноябрендә Алдар Цыденжапов Тымыҡ океан флотының 40074-се ғәскәри часына (Приморье крайының Фокино ҡалаһында урынлаша) хеҙмәткә йүнәлтелә[9]. Хеҙмәт итә башлағандан алып йәш матрос ғүмерен диңгеҙгә бағышларға теләүен һәм ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә һәм контракт төҙөй. Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң контракт төҙөп флотта ҡалырға ниәтләй[10].

Алдар миноносец «Быстрый» бортына билдәләнә. Йәш моряк тиҙ арала экипаждың башҡа ағзалары менән дуҫлаша, командирҙарҙың бөтә күрһәтмәләрен дә оператив үтәй. Хеҙмәт аҙағына тиклем бер ай ғына ҡалған була[1] һәм алда тик бер генә рейс, һуңғыһы, Камчаткаға рейс ҡалған була[5][6].

Карапта сыҡҡан янғында күрһәткән ҡаһарманлығы

2010 йылдың 24 сентябрендә төндә 956 проектының «Быстрый» эсминецы диңгеҙгә сығырға әҙерләнә. 4 сәғәт 5 минутта машина-ҡаҙанлыҡ бүлексәһенең урта майҙансығында яғыулыҡ яна башлай. Тиҙҙән, сымдың ҡыҫҡа ялғанышы сәбәпле, яғыулыҡ үткәргес торбаһының өҙөлөүенән янғын тоҡаныуы асыҡлана. Авария хәүефе сигналы иғлан ителә һәм машина-ҡаҙан ҡулайламаһы ашығыс рәүештә һүндерелә башлай. Был ваҡытта матрос Алдар Цыденжапов судноның ҡаҙанлығында хәрби дежурлыҡта тора. Егет яғыулыҡтың ситкә китеүен туҡтатырға ҡарар итә һәм туғыҙ секунд дауамында ялҡындың тап үҙәгендә ҡала[11][12].

Рәсми документтарҙа билдәләнеүенсә, Цыденжапов юғары температура һәм ялҡын эсендә лә хәрби посын ҡалдырып китмәгән. Туғыҙ секунд эсендә ул туҡландырыусы һыу клапанын яба алған. Күп һанлы бешеүҙәр менән моряк команда буйынса авария урынын үҙ аллы ҡалдырып китә һәм шунан һуң ут химик юл менән һүндерелә. Тикшереү барышында Алдарҙың үҙ ваҡытында һәм грамоталы эш итеүе арҡаһында көслө янғынға, ҡаҙан шартлауына, эсминец корпусы емерелеүенә һәм экипаждың һәләк булыуына юл ҡуймауы асыҡлана[11][12].

Яғыулыҡтың ситкә ағыуы туҡтатлығандан һуң, Алдар янғын ҡамауында ҡалған ерҙән үҙаллы сыға. Шулай уҡ уның иптәштәре — матростар Александр Коровин менән Павел Осетров зыян күрә. Алдарҙы Владивостокта урынлашҡан Тымыҡ океан флоты госпиталенә килтерәләр. Уның тәненең 80 % тирәһе бешкән һәм асыҡ ялҡын тәьҫиренән тын юлдары йәрәхәтләнгән. Дүрт көн дауамында табиптар матростың ғүмере өсөн көрәшә. 2010 йылдың 28 сентябрендә ул, аңына килмәйенсә, вафат була[11][12].

5 октябрҙә офицерҙар һәм матростар уның табутын тыуған ауылы Агинскийға килтерә. Будда йолаһы буйынса икенсе көндө йәнде ҡайтанан тергеҙеү йолаһы үткәрелә, ә 7 октябрҙә ерләү тантанаһы үтә[12].

Наградаһы

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы[13].

Үҙенең батырлығы өсөн матрос Алдар Батор улы Цыденжапов РФ Президентының 2010 йылдың 16 ноябрендәге 1431-се Указы менән үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була[13]. 2011 йылдың 21 февралендә Кремлдә Алтын Йондоҙ менән наградлау тантанаһында был награданы Алдарҙың ата-әсәһенә тапшыралар[8].

  • «2010 йыл Себер кешеһе» (үлгәндән һуң) тигән маҡтаулы исемгә эйә[14].

Хәтер

Батыр иҫтәлегенә:

undefined
  • Тыуған ерендә, Агинский ҡасабаһында, уның бюсы ҡуйылған[6].
  • Иркутск өлкәһе Эхирит-Булагат районының Агинский һәм Урҙатамаҡ ҡасабаларындағы урамдарға Алдар Цыденжапов исеме бирелә[3][6].
  • Шағир Борис Макарович Макаров геройға Чита театрында хәтер кисәһендә тәҡдим ителгән «Алдар» поэмаһын бағышлай[8].
  • Стрелок ҡултығының Абрек бухтаһы ярында хәтер билдәһе ҡуйылған[15].
  • Агинский ҡасабаһында якорь рәүешендә һәйкәл ҡуйылған[16].
  • Улан-Удэла 35-се мәктәп уҡыусылары иҫәбенә төҙөлгән Алдар Цыденжапов һәйкәле асыла[17].
  • Улан-Удэ ҡалаһының 57-се мәктәбенә геройҙың исеме бирелә[18].
  • Байкал аръяғы крайында А. К. Кузнецов исемендәге музейҙа «Алдар Цыденжапов — Рәсәй Геройы» мемориаль экспозицияһы асыла[8].
  • «Быстрый» эсминацында һәм Агинский ҡасабаһы мәктәбендә герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды[15][19].
  • «Рәсәй Федерацияһы Геройҙары» почта маркалары серияһында Алдар Цыденжаповтың портреты төшөрөлгән марка сығарылған[6].
  • 2011 йылда Бүрәтстандың Селенгин районы Селендум ауылында һәйкәл ҡуйыла[20].
  • 2015 йылдың 22 июлендә Амур суднолар төҙөү заводында 2019 йылдың сентябрендә һыуға төшөрөлгән 20380-се «Рәсәй Федерацияһы Геройы Алдар Цыденжапов» проекты корветы төҙөлә башлай. Карап Тымыҡ океан флоты составына инә[21][22][23].
  • 2021 йылда Алдар Цыденжапов Тымыҡ океан флоты частары береһенең шәхси составы исемлегенә мәңгелеккә индерелә[24].

Алдар Цыденжапов тураһында фильмдар

  • «Огненная вахта Алдара». 2011 йылда Рәсәй Геройы тураһында Чита дәүләт телерадиокомпанияһының ижади төркөмө төшөргән документаль фильм. Режиссёр: Валентина Безбородкина[25].
  • 2024 йылда режиссёр Олег Штромдың 19 йәшлек матростың тормошо һәм батырлығы тураһында «Туғыҙ секунд» тулы метражлы хәрби-патриотик фильмын киң прокатҡа сығарыу күҙаллана. Алдар Цыденжаповтың яҡташы Бато Шойнжонов төп ролде уйнай[26][27][28][29].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 В Приморье матрос из Аги ценой собственной жизни спас 300 человек экипажа, «Байкал-Daily» (4 октябрь 2010). 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  2. ↑ Матрос эсминца «Быстрый» спас команду ценой собственной жизни, «Взгляд» (5 октябрь 2010). 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  3. ↑ 1 2 Елена Комогорцева и Максим Лобачев. В честь погибшего героя Алдара Цыденжапова назовут улицу, «Россия» (6 октябрь 2010). 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  4. ↑ Подвиг Алдара Цыденжапова, Газета «Веретено» № 8, МОУ «Цокто-Хангильская средняя общеобразовательная школа им. Ч-Л.Базарона» (декабрь 2012), стр. 4. 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  5. ↑ 1 2 Александр Индра. Алдар Цыденжапов: биография и фото. syl.ru (25 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  6. ↑ 1 2 3 4 5 Андрей Синьков. Как матрос Алдар Цыденжапов, сгорая заживо, спас 350 сослуживцев и предотвратил катастрофу на эсминце. Десять лет назад Алдар Цыденжапов предотвратил взрыв на эскадренном миноносце «Быстрый» [фото, аудио]. Комсомольская правда (21 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  7. ↑ В Приморье погиб матрос из Забайкалья. Комсомольская правда (4 октябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  8. ↑ 1 2 3 4 Тимур Ламбаев. Алдар земли забайкальской. Журнал Министерства обороны России «Ориентир» (1 июль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  9. ↑ Геройски погибший матрос из Агинского будет представлен к Ордену Мужества, «Байкал-Daily» (5 октябрь 2010). 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  10. ↑ Цыденжапов Алдар Баторович. Федерация шахмат Бурятии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  11. ↑ 1 2 3 Михаил Масютенко. Корабль имени матроса. voenkom.ric.mil.ru (3 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  12. ↑ 1 2 3 4 Янус Полуэктович. Как матрос Алдар Цыденжапов, сгорая заживо, спас 350 сослуживцев и предотвратил катастрофу на эсминце. barcaffe.ru (5 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  13. ↑ 1 2 Указ Президента РФ от 16.11.2010 № 1431 «О награждении государственными наградами Российской Федерации военнослужащих Вооружённых сил Российской Федерации» — Президент России (сайт Kremlin.ru)
  14. ↑ Виталий Смирнов. Цыденжапов Алдар Баторович. Герои страны.
  15. ↑ 1 2 Во Владивостоке увековечили память Алдара Цыденжапова, матроса эсминца «Быстрый», VL.RU (11 ғинуар 2011). 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  16. ↑ На улице Алдара Цыденжапова в посёлке Агинском открыли памятный знак Герою России. 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  17. ↑ Памятник Алдару Цыденжапову установили в Улан-Удэ. UlanMedia (30 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023. Архивировано 22 ғинуар 2022 года.
  18. ↑ Школе № 57 города Улан-Удэ присвоено имя Героя России-Алдара Цыденжапова. tvcom-tv.ru (16 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  19. ↑ В Агинском открыта мемориальная доска Алдара Цыденжапова. 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  20. ↑ Жители Бурятии поставили памятник Алдару Цыденжапову.
  21. ↑ Савелов, Алексей. Новейший корвет «Громкий» прибыл на главную базу ТОФ для прохождения испытаний  (рус.), Телеканал «Звезда». 15 декабрь 2023 тикшерелгән.
  22. ↑ Познавательное ТВ TV. Герой Российской Федерации Алдар Цыденжапов Корветы проекта 20380 (21 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  23. ↑ Новейшей корвет проекта 20380 «Герой Российской Федерации Алдар Цыденжапов» вошёл в состав ТОФ. РИА Новости (25 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023. Архивировано 22 ғинуар 2022 года.
  24. ↑ Алдар Цыденжапов навечно остаётся в строю. // Красная звезда. — 2021. — 24 сентября. — С.12.
  25. ↑ Читинская ГТРК сняла фильм о подвиге Алдара Цыденжапова. zab.ru (16 февраль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  26. ↑ Константин Лобков. Во Владивостоке завершились съёмки фильма об Алдаре Цыденжапове. Российская газета (6 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  27. ↑ Егор Захаров. Горел заживо ради сослуживцев. Фильм про подвиг Алдара Цыденжапова покажут в кинотеатрах России. Показы пройдут в день его рождения. chita.ru (11 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  28. ↑ Матроса Алдара Цыденжапова в фильме о его героическом подвиге сыграет однофамилец. Youtube (23 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
  29. ↑ Продюсер фильма "9 секунд" Обухов: Если не снимать патриотическое кино, откуда тогда возьмутся герои? - Российская газета (29 декабрь 2023). 1 февраль 2024 тикшерелгән.