Эксперимент
Эксперимент | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Эксперимент (лат. experimentum. — һынау, тәжрибә) гипотезаны йәки теорияны яҡлау, кире ҡағыу йәки раҫлау өсөн башҡарылған эш алымы. Эксперименттар бер-береһенән маҡсаттары һәм масштабтары буйынса һиҙелерлек дәрәжәлә айырылыуы ихтимал, ҡағиҙә булараҡ, ҡабатланған эш алымына һәм һөҙөмтәләрҙе логик йәһәттән анализлауға таяна. Эксперименттарға шулай уҡ тәбиғи тикшеренеүҙәр — ҡыҙыҡһыныусанлыҡты ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән ғәмәлдәр ҙә инә.
Эксперимент тәжрибә һәм эмпирик мәғлүмәттәр[1] сығанаҡтарының береһе булып тора.
Фәнни ысул[2][3] сиктәрендә тормошҡа ашырылған эксперимент фәнни тип атала.
Эксперимент түбәндәге осраҡтарҙа инструмент сифатында сығыш яһай:
- гипотеза йәки теорияның ғилмилеге билдәләмәһе, йәғни Поппер критерийы, уға ярашлы эмпирик система эксперимент нигеҙендә кире ҡағыуға юл ҡуйырға тейеш;[4]
- теоретик положениеларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүен тикшереү — верификация[5].
Эксперимент моделдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эксперименттың бер нисә моделе бар [сығанаҡ күрһәтелмәгән 4705 көн]:
Тел тейҙермәҫлек эксперимент — психолог-экспериментаторҙар тарафынан эталон сифатында ҡулланылған һәм ғәмәлгә ашырыу мөмкин булмаған эксперимент моделе. Эксперименталь психологияға был терминды «Психологик эксперимент нигеҙҙәре» китабы авторы Роберт Готтсданкер индерә, ул, бындай өлгөнө сағыштырыу өсөн ҡулланыу экспериментал методикаларҙы һөҙөмтәлерәк камиллаштырыуға һәм психологик экспериментты планлаштырыуҙа һәм үткәреүҙә мөмкин булған хаталарҙы асыҡлауға килтерә, тип иҫәпләй.
Көтөлмәгән эксперимент (көтөлмәгән һынау, осраҡлы тәжрибә) — һөҙөмтәһен алдан аныҡ ҡына билдәләп булмаған һәм реаль экспериментҡа тап килгән математик модель. Математик модель түбәндәге талаптарҙы ҡәнәғәтләндерергә тейеш:
- ул адекват булырға һәм экспериментты тап килтереп тасуирларға тейеш;
- математик модель сиктәрендә тасуирланған ҡәтғи рәүештә билдәләп ҡуйылған тәүге мәғлүмәттәрҙә ҡаралған математик модель сиктәрендә күҙәтелгән һөҙөмтәләрҙең йыйылмаһы билдәләнергә тейеш;
- үҙгәрешһеҙ тәүге мәғлүмәттәр шартында экспериментты тормошҡа ашырыуҙың осраҡлы һөҙөмтәгә килтереүҙең принципиаль ихтималлығы булырға тейеш;
- билдәле бер математик модель сиктәрендә теләһә ниндәй күҙәтеү һөҙөмтәһе өсөн талап йәки сағыштырма йышлыҡтың стохастик тотороҡлоғо тураһындағы гипотеза иҫбатланырға йәки тикшермәйенсә ҡабул ителергә тейеш.
Эксперимент һәр ваҡыт уйланылғанса тормошҡа ашырылмай, шуға күрә экспериментты тормошҡа ашырыу йышлығының сағыштырмаса математик тигеҙләмәһе уйлап сығарыла:
Эксперимент төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Физик эксперимент[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Физик эксперимент — тәбиғәтте танып белеү ысулы, ул тәбиғәт күренештәрен махсус булдырылған шарттарҙа өйрәнеүҙән ғибәрәт. Тәбиғәттең математик моделдәрен тикшергән теоретик физиканан айырмалы рәүештә, физик эксперимент тәбиғәттең үҙен тикшереүгә йүнәлтелгән.
Нәҡ физик эксперимент һөҙөмтәһе менән килешмәү физик теорияның яңылышлыҡ критерийы булып тора, йәғни, дөрөҫөрәге, теорияның беҙҙе уратып алған донъяға ҡарата ҡулланып булмауы. Киреһен раҫлау дөрөҫ түгел: эксперимент менән килешеү теорияның дөрөҫлөгөн (ҡулланыуын) иҫбатлау була алмай. Йәғни физик теорияның йәшәү һәләтлегенең төп критерийы булып эксперимент менән тикшереү тора.
Идеалда, Эксперименталь физика эксперимент һөҙөмтәләрен бер ниндәй аңлатыуҙарһыҙ, тасуирлауын ғына бирергә тейеш. Әммә ғәмәлдә быға өлгәшеп булмай. Ҡатмарлыраҡ физик эксперимент һөҙөмтәләрен интерпретациялау эксперименталь ҡоролманың бөтә элементтары нисек үҙҙәрен тотоға тейешлеген аңлауыбыҙға таяна. Бындай аңлау, үҙ сиратында, ниндәй ҙә булһа теорияға таяна алмай.
Компьютер эксперименты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Компьютер (һанлы) эксперименты — ЭВМ-да тикшеренеү объектының математик моделе өҫтөндә үткәрелгән эксперимент, ул моделдең бер параметрҙары буйынса уның башҡа параметрҙары иҫәпләнә һәм ошо нигеҙҙә математик модель менән тасуирланған объекттың үҙенсәлектәре тураһында һығымталар яһала. Эксперименттың был төрөн шартлы рәүештә генә экспериментҡа индерергә мөмкин, сөнки ул тәбиғи күренештәрҙе сағылдырмай, ә кеше булдырған математик моделдең һанлы тормошҡа ашырылыуы ғына булып тора. Ысынлап та, математик модель дөрөҫ булмаһа, уның һандар ярҙамында сиселеше физик эксперимент менән ҡәтғи айырылып торған моделе булыуы ихтимал.[6]
Психологик эксперимент[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Психологик эксперимент махсус шарттарҙа яңы фәнни белем алыу өсөн тикшеренеүсенең маҡсатлы рәүештә һыналған кешенең йәшәү эшмәкәрлегенә ҡыҫылыуы ярҙамында үткәрелгән тәжрибә. Төрлө авторҙар тарафынан тәржемә ителгән психологик эксперимент төшөнсәһе төрлөсә аңлатыла, йыш ҡына эксперимент аҫтында психологияла төрлө үҙаллы эмпирик ысулдар комплексы ҡарала (эксперимент, күҙәтеү, һорау алыу, тест).[7] Әммә ғәҙәттә эксперименталь психологияла эксперимент үҙаллы ысул тип һанала. Психологик консультация сиктәрендә психологик эксперимент тип үҙ тәжрибәһе клиенты тарафынан тотош (төрлө модальностарҙа) кисерештәр өсөн тәғәйенләнгән махсус булдырылған хәлде атайҙар.
Уй эксперименты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Философия, физика һәм белемдең ҡайһы бер башҡа өлкәләрендә фекерләү эксперименты — танып белеү эшмәкәрлегенең ысын эксперименттың структураһын уйҙа күҙ алдына килтереү төрө. Ҡағиҙә булараҡ, фекерләү эксперименты уның ҡапма-ҡаршылығын тикшереү өсөн ниндәйҙер модель (теория) сиктәрендә үткәрелә. Уй экспериментын үткәргәндә моделдең эске постулаттарының ҡапма-ҡаршылыҡтары йәки уларҙың тышҡы (был моделгә ҡарата) принциптар менән тап килмәүе асыҡланыуы ихтимал (мәҫәлән, энергияны һаҡлап ҡалыу законы, сәбәплелек принцибы һ.б. Д.Башҡаларҙан
Тәнҡит эксперименты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәнҡит эксперименты — аныҡ теория йәки гипотезаның дөрөҫ булыу-булмауын билдәләгән эксперимент. Был эксперимент фаразланған һөҙөмтә бирергә тейеш, ул дөйөм ҡабул ителгән гипотезаларҙан һәм теорияларҙан сығарыла алмай.
Пилот эксперименты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пилот эксперименты (pilot experiment) — һынау эксперименталь тикшеренеүе, унда төп гипотеза, тикшеренеүҙәргә ҡараш, план, ҡулланылған методикаларҙың эшкә һәләтлеге тикшерелә, эксперимент процедураларының техник мәле аныҡлана. Ул ҙур булмаған һайлап алыу ярҙамында үткәрелә, үҙгәреүсән дәүмәлдәр ҡәтғи контролдә тотолмай. Пилот эксперименты гипотезаны формалаштырыуҙа тупаҫ хаталарҙы бөтөрөргә, маҡсатты аныҡларға, эксперимент үткәреү методикаһын аныҡларға һәм эксперименталь эффект алыу мөмкинлеген баһаларға мөмкинлек бирә.
Ярҙамсы ысулдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- тестарҙа һынау
- эшмәкәрлек продукттарын анализлау
- математик статистика
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Визгин В. П. Герметизм, эксперимент, чудо: три аспекта генезиса науки нового времени // Философско-религиозные истоки науки. М., 1997. С.88-141.
- Ахутин А. В. Эксперимент и природа. СПб.: Наука, 2012. - 660 с. - (сер. "Слово о сущем" Т. 93).
- ↑ Pickett, Joseph P., ed. (2011), «Empirical», The American Heritage Dictionary of the English Language (5th ed.), Houghton Mifflin, ISBN 978-0-547-04101-8
- ↑ Исаак Ньютон (1687, 1713, 1726). «Математические начала натуральной философии», третья часть «Система мира». Перевод с латинского и примечания А. Н. Крылова. М., Наука, 1989 г., 688 с ISBN 5-02-000747-1
- ↑ «scientific method», Oxford Dictionaries: British and World English, 2016, retrieved 28 May 2016
- ↑ К.Поппер «Логика и рост научного знания», — Перевод, общая редакция и вступительная статья доктора философских наук, В. Н. САДОВСКОГО. — 4. — «Прогресс», Москва. — 1983. — С. 63. — 599 с.
- ↑ Верификация // Большой энциклопедический словарь.
- ↑ М.-Л. А. Чепа, Н. М. Бугайова. Проблемы обеспечения валидности эксперимента в условиях виртуальной среды / Экспериментальный метод в структуре психологического знания. А ещё хочется сказать следущее: «Парни го в доту» — М., 2012. — С. 82-86. ISBN 978-5-9270-0248-1.
- ↑ Никандров В. В. Наблюдение и эксперимент в психологии. СПб.: Речь, 2002