Яҡын Көнсығыш университеты
Яҡын Көнсығыш университеты (тур. YakYakYn DoG u niversitesi, YDf) ― Төньяҡ Кипрҙа урынлашҡан шәхси университет. 1988 йылда[2] Кипрҙа йәшәгән төрөк Гюнсель Суат тарафынан нигеҙ һалына[3]. Хәҙер Попечителлек Советы башлығы ― уның улы Гюнсель Ирфан[4].
Әлеге көндә Яҡын Көнсығыш университетында 20 факультет[5][6], 220 программа, 4 профессиональ-техник мәктәп[7][2], 3 телгә әҙерләү мәктәбе һәм 5 университет белеме биреү мәктәбе бар[8].
Яҡын Көнсығыш университетында 25 меңдән ашыу кеше уҡый, ул Төньяҡ Кипрҙа иң ҙур юғары уҡыу йорто.
Кампус
Университеттың бөтә биналары кампуста урынлашҡан, шул иҫәптән Яҡын Көнсығыш колледжы (урта мәктәп кимәле), Яҡын Көнсығыш башланғыс мәктәбе һәм Яҡын Көнсығыш балалар баҡсаһы[9][10]. Кампус Никосия ҡалаһынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, унда Яҡын Көнсығыш бульвары аша барып була[11]. Ҡала һәм кампус араһында шәхси автобустар йөрөй[12].
Кампуста 700 кеше һыйҙырышлы Ататөрөк исемендәге Мәҙәни конгресс-үҙәк урынлашҡан ― ул Төньяҡ Никосияла йәмәғәт саралары өсөн иң ҙур зал. Бында бик күп һанлы конгрестар, концерттар, бейеү шоуы һәм Кипрҙағы халыҡ-ара театр фестивале кеүек башҡа мәҙәни саралар үтә. Үҙәктә шулай уҡ дүрт бәләкәйерәк зал бар[13][14]. Кампуста тағы өс амфитеатр һәм Ҙур китапханала урынлашҡан амфитеатрҙар квартеты бар[15]. Унда өс музей: Элемтә музейы, Художество музейы һәм классик һәм спорт автомобилдәре музейы эшләй[16].
Яҡын Көнсығыш университетының классик һәм спорт автомобилдәре музейы 2007 йылда ойошторолған; бында 140-тан ашыу экспонат урынлашҡан[17].
Ойоштороу структураһы
Университеттың 20 факультетында 220 кафедра эшләй[18].
- Ататөрөк исемендәге педагогия факультеты
- Архитектура факультеты
- Фән һәм сәнғәт факультеты
- Бәйләнеш факультеты
- Стоматология факультеты
- Дини тәғлимәт факультеты
- Иҡтисад һәм административ фәндәр факультеты Инженер факультеты
- Һынлы сәнғәт һәм дизайн факультеты
- Һаулыҡ һаҡлау факультеты
- Юридик факультет
- Шәфҡәт туташы эше факультеты
- Медицина факультеты
- Театр сәнғәте факультеты
- Фармацевтик факультет
- Ветеринария медицинаһы факультеты
- Дистанцион уҡытыу факультеты
- Туризм факультеты
- Гражданлыҡ инженерияһы һәм эко-проектлау факультеты
- Физик культура факультеты
Яҡын Көнсығыш университетының фармацевтика факультеты 2014 йылда фармацевтика мәғарифын аккредитациялау буйынса Советы тарафынан аккредитация үткән[19].
Академик йүнәлеш
Медицина факультеты 2008 йылда асылған, ә 55 000 квадрат метр майҙанлы дауахана үҙ ишектәрен бер йылдан һуң аса. Дауаханала тикшеренеү үҙәктәре эшләй, шул иҫәптән ядро медицинаһы тикшеренеү үҙәге[20].
Дауаханала бик күп мөһим фигуралар, шул иҫәптән ТРСК беренсе президенты Рәүф Денкташ дауалана[21]. Яҡын Көнсығыш университеты менән Ғағаузия араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы клиникала Гагаузиянан пациенттар дауалана ала[22]. Медицина факультеты шулай уҡ илдә йәмәғәт һаулыҡ һаҡлау кампанияларында ҡатнаша[23] шул иҫәптән мәктәптәрҙә уҡыусыларға медицина тикшереүе үткәрә һәм in vitro хеҙмәте тәҡдим итә[24]. Факультет 2013 йылда WORLDCOB Institutional Excellence Award наградаһына лайыҡ була[25].
Ҙур китапхана 15 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй һәм 1 миллиондан ашыу баҫма материал бар, 150 миллион электрон ресурстар инергә мөмкинлек бирә. Бында 1000 кеше һыйҙырышлы дүрт амфитеатр урынлашҡан; китапхана ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ[26]. 2007 йылда 7 000 тирәһе кеше көн һайын китапхана менән файҙалана[27]. 2012 йылда университет Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы менән берлектә китапханаһының электрон ресурстарын ҡулланыу тураһындағы протоколға ҡул ҡуя[28].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://eua.eu/about/member-directory.html
- ↑ 1 2 Study In North Cyprus. Study In North Cyprus. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2013. Архивировано из оригинала 24 май 2011 года. 2011 йылдың 24 май көнөндә архивланған.
- ↑ Dr. Suat İ. GÜNSEL | Yakın Doğu Üniversitesi. Neu.edu.tr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2013. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Assoc. Prof. Dr. İrfan S. Günsel – Near East University I. Neu.edu.tr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2017. Архивировано 12 март 2017 года. 2017 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
- ↑ Near East University. Top Universities (30 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2013. Архивировано 18 август 2013 года.
- ↑ Near East University – Mersin – Turkey. MastersPortal.eu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2013. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
- ↑ Academics | Yakın Doğu Üniversitesi. Neu.edu.tr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2013. Архивировано 19 октябрь 2015 года.
- ↑ Graduate Schools | Yakın Doğu Üniversitesi. Neu.edu.tr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2013. Архивировано 21 ғинуар 2016 года. 2016 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Yakın Doğu Üniversitesi. Sabah. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
- ↑ Near East Kindergarten. Near East University. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ İletişim Bilgileri. Near East University. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015. Архивировано 17 октябрь 2015 года.
- ↑ Transportation. NEU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 25 октябрь 2015 года.
- ↑ Kıbrıs Tiyatro Festivali başlıyor. Havadis. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2015 года. 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Atatürk Kültür ve Kongre Merkezi. Near East University. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Amphitheatres. Near East University. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Museums. NEU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Turan, Burcu; Keser Hafize. Museum Guide Mobile App: The Case Of The Near East University Classical Car Museum 2020 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған., doi:10.1016/j.sbspro.2014.04.117, 2014.
- ↑ Academics. Near East University. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015. Архивировано 19 октябрь 2015 года.
- ↑ ACPE press release. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2020. Архивировано 19 май 2021 года.
- ↑ YDÜ hastanesi hasta kabulüne hazırlanıyor. Kıbrıs Postası. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Kurucu Cumhurbaşkanı Rauf Denktaş YDÜ Hastanesi'nden taburcu edildi. Kıbrıs Postası. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Gagavuzya Özerk Cumhuriyeti'nden ilk hasta bugün YDÜ Hastanesi'ne sevk ediliyor. Kıbrıs Postası. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ YDÜ Hastanesi, okullarda kulak burun boğaz tarama programı başlatıyor. Kıbrıs Postası. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Yakın Doğu Üniversitesi Hastanesi'nden Tüp Bebek müjdesi... Kıbrıs Postası. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ YDÜ Hastanesi'ne Dubai'de kurumsal mükemmellik ödülü verildi. Kıbrıs Postası. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Grand Library. NEU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 10 сентябрь 2016 года.
- ↑ İşte Türk'lerin Kütüphanesi. Hürriyet. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ YDÜ- TC Kültür Bakanlığı İşbirliği Protokolü Türkiye Basınında. Kıbrıs Postası. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |