Яңы йыл костюмдары
Яңы йыл костюмдары — Яңы йылды ҡаршылау, шулай уҡ яңы йыл иртәлектәре, корпоративтары һәм Яңы йыл алдынан һәм Яңы йыл каникулдары ваҡытында үткән башҡа саралар өсөн кейем һәм аксессуарҙар. Бик йыш яңы йыл костюмы карнавал, бал-маскарад традицияларына һылтана.
Тарихы
Оҙаҡ ваҡыттар карнавал костюмы Яңы йылды байрам итеү атрибуты булмай[1].
Был байрамға матур һәм ғәҙәти булмағанса кейенеү ғәҙәте Боронғо Вавилонда, Боронғо Римда, тарихҡа тиклемге Шотландияла булыуы билдәле. Һуңғараҡ, Яңы йыл алдынан йәки Яңы йылдың беренсе көнөндә нимә эшләйһең — йыл шулай үтә, тигән киң таралған ырымға бәйле, кешеләр яңы йыл кейеменә ҙур иғтибар биреп, ентекләп һайлай, йәки гардеробындағы иң яҡшы кейеменә өҫтөнлөк бирә[2].
Фантастик костюмдар, бик йыш битлектәр кейеү халыҡ күңел асыуына һәм Европала Венеция карнавалынан башланған карнавалдар мәҙәниәтенә барып тоташа[3].
Рустә элек-электән битлек, төрлө кейем кейеп йөрөү ғәҙәте булған. Танылыу кәрәкмәгән йола ғәмәлдәрен башҡарғанда шулай кейенгәндәр[1].
Ҡупшы костюмлы байрамдар Рәсәйҙә Пётр I идара иткәндә киң тарала. Беренсе урам маскарады 1721 йылда Төньяҡ һуғышы тамамланыу уңайынан Санкт-Петербургта үтә. Император шәхсән карнавалдар үткәреү ҡағиҙәһен төҙөй. 1722 йылда Ништад солох договоры төҙөлөүгә бәйле Мәскәүҙә карнавал ойошторола: ҡала буйлап карап кеүек итеп биҙәлгән 60 сана үтә. Һарай кешеләре Бахус, Нептун, голланд матростары, испан ҡатын-ҡыҙы булып кейенә. Ҡунаҡтар йөҙҙөң өҫкө яғын ҡаплаған «битлек-домино» кейә[4].
Яңы йыл алдынан Екатерина II идара иткәндә маскарадтар үткәрелә башлай[4]. Кейенеү өсөн Арлекин], Пьеро, Коломбина популяр герой була[5].
XIX быуатта ҡышҡы маскарадтар декабрь һуңынан Масленицаға тиклем дауам итә. Йөҙ йыллыҡ башында урта быуат рыцарҙары, монахинялар, француз королевалары костюмдары модаға инә. Быуат уртаһындараҡ «ҡытай» стилендәге кейемдәр, мәҫәлән, мандарин чиновнигы образы популярлыҡ яулай. XIX быуаттың икенсе яртыһында маскарад костюмдары барокко, антиклыҡ, Боронғо Мысыр дәүеренә барып тоташа. Император Александр III идара иткәндә рус стилендәге тарихи балдар популяр була[5].
XIX быуатта шулай уҡ балаларҙың раштыуа иртәлектәрен үткәреү йолаға инә. Для девочек приложение к журналу «Нива» журналының «Парижские моды» ҡушымтаһы Шахмат Королевы, Коломбина һәм Пьеретта (Пьероның ҡатын-ҡыҙ варианты) костюмдарын тәҡдим итә[3].
Яңы йылды байрам итеүгә бәйле маскарадтар үткәреү ғәҙәтенә килгәндә, 1852 йылда Петербургта канравал костюмдары менән беренсе асыҡ шыршы байрамы ойошторола. Шунан һуң 31 декабрҙә Ҡышҡы һарайҙа үткәрелгән һарай маскарадтары популяр булып китә. Император ғаиләһе ҡатнашлығында һуңғы маскарад 1903 йылда үтә[3].
Октябрь революцияһынан һуң Яңы йылды костюмлаштырылған байрам итеп үткәреү йолаһы туҡталып тора һәм бары тик 1935 йылда ғына тергеҙелә. Әммә совет осоронда уны бары тик балалар өсөн генә ойошторалар; ололар, нигеҙҙә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып сығыш яһай. Костюмдарҙы ата-әсәләр бик йыш үҙҙәре марля, шаршау, мамыҡ, поролон, ҡатырға һәм башҡа ҡул аҫтындағы материалдан үҙҙәре әҙерләй[6]. Малайҙар араһында ҡуян, Петрушка костюмдары, ҡыҙҙар араһында ҡар бөртөктәре һәм Ҡыҙыл башлыҡ костюмдары популяр була.
Яңы йыл костюмдарына көнүҙәк темалар ҙа йоғонто яһай: йыһанға Юрий Гагарин осҡандан һуң балаларҙы — йондоҙ һәм космонавт, кукуруз кампанияһы ваҡытында кукуруз итеп кейендереү модаға инә.
Шулай уҡ костюмдар тегеү өсөн илһам сығанағы булып кинематограф тора. Григорий Александровтың «Цирк» (1936) фильмы сыҡҡандан һуң клоундар битлектәре популярлаша, Владимир Фетиндың "Полосатый рейс"ынан һуң — юлбарыҫ һәм дрессировщиктар костюмы, Леонид Нечаевтың «Приключения Буратино» фильмынан һуң Мальвина, Пьеро, Артемон, төлкө Алиса һәм Базилио бесәй. Георгий Юнгвальд-Хилькевичтың «Д’Артаньян и три мушкетёра» фильмынан һуң иртәлектәргә эшләпәле һәм шпагалы мушкетёрҙар килә башлай[4]. 1970 йылдарҙа Советтар Союзында вестерндар сыға, һәм индеецтар, шерифтар һәм ковбойҙар Яңы йыл геройҙары булып китә[5].
1990 йылдарҙахайуандар костюмдары, һуңынан йәнһүрәттәр һәм комикстар геройҙары популярлыҡ яулай.
был тенденциялар XXI быуат башында ла дауам итә. Популяр костюмдар араһында — Бэтмен, кеше-үрмәксе, миньондар һәм башҡалар.
Хәҙерге заман
XXI быуатта балалар һәм ололар өсөн Яңы йыл костюмдарын магазиндарҙа һәм маркетплейстарҙа алырға мөмкин. Шулай уҡ прокат сервистары бар.
2024 йыл алдынан, «Авито» иғландар сервисы мәғлүмәттәре буйынса, иң популяр 10 Яңы йыл костюмы исемлегенә[7]:
• төлкө;
• ҡар бабай;
• айыу;
• шыршы;
• «Маша и Медведь» йәнһүрәтенән Маша;
• принцесса;
• ҡар бөртөгө;
• ҡарһылыу;
• "Холодное сердце"нан Эльза;
• кеше-үрмәксе һәм ҡуян/йорт ҡуяны инә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 «Весь этот блеск, и шум, и чад…». 22 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Why Do We Dress Up For New Year's Eve? From Cow Hides To Expensive Baubles, We've Been At It For A While (9 декабрь 2016). 22 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Как появились новогодние балы и наряды для них. www.d-kvadrat.ru (9 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2024.
- ↑ 1 2 3 Маска, я тебя знаю. www.culture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2024.
- ↑ 1 2 3 Детские новогодние костюмы. Этномир. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2024.
- ↑ От русских шутов и мушкетеров до западных героев: Как менялись новогодние костюмы детей от 50-х годов до сегодняшнего дня (4 ғинуар 2023). 22 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Названы самые популярные костюмы для утренника и корпоратива (22 декабрь 2022). 22 ноябрь 2024 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Гареева С. М. Новогодние обряды и праздники в Башкортостане: эволюция традиций // Via in tempore. История. Политология. 2011. № 13.
- Зырянова Е. В., Люй Вэньвэнь Ассоциативное поле концепта «Новый год» в русском языке // Филология: научные исследования. 2018. № 4.
- Старая новая сказка в Словении // Мир русского слова. 2019. № 4.
Һылтанмалар
- Мастер-класс. Новогодний колпак
- Новогодний костюм для ребёнка: как сшить маскарадную шапочку.
- Шьём карнавальный костюм Снегурочка с построением выкройки
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
