Яңы йыл ҡаршылау йолаһы
Яңы йыл ҡаршылау йолаһы
1976 йылда Өфө ҡалаһында баҫылып сыҡҡан “Әҙәбиәт, фольклор, әҙәби мираҫ” китабында әйтелеүенсә (37-38 биттәр), ваҡыт-миҙгел (календарь) йолалары тураһында һүҙ йөрөткәндә, һүҙҙе ғәҙәттә, Яңы йылды ҡаршылауға арналған йола ритуалдарының айышына төшөнөп, уның мәғәнәһен асыуҙан башлап китәләр. Рус халыҡ ижадында Яңы йыл алдында башҡарыла торған ритуаль йолалар (святки, колядки) ныҡ һаҡланған. Башҡорт ҡәбиләләренең ҡышҡы (йәки яҙға табан) мәлдә Яңы йыл ҡаршылауға арналған йолалары тураһында ниндәй ҙә булһа әһәмиәтле материал күрһәтеүе ҡыйын. Ҡышҡы-яҙғы йолалар эсендә, билдәле, бындай күренештәр булғандыр. Ләкин халыҡ хәтере уны һаҡлай алмаған. Уның ҡарауы, сағыштырмаса һуңғараҡ килеп ингән ҡайһы бер йола элементтары тураһында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр бар. Шундайҙарҙың береһе – нардуған йолаһы, нардуған байрамы.[1]
Нардуған һүҙенең килеп сығыу тарихы
Элегерәк беҙҙең башҡорт телендә Яңы йыл байрамын икенсе төрлө Нардуған тип атап йөрөтөүҙәре бөгөн барыһына ла мәғлүм. Һуңғараҡ, аныҡлабыраҡ әйткәндә ун бишенсе быуаттарҙа, был атамаға бәйле төрлө йолалар ҙа килеп сыҡҡан. Был иһә, яңы йылды рус халҡы кеүек ғинуар башында ҡаршылауға бәйлелер тип аңлаталар.[2].
Нардуған һүҙенең килеп сығышы монгол телендәге нар, йәғни ҡояш, һүҙе менән бәйләнгән булырға тейеш тигән фараздар бар. Әгәр ҙә был ысынлап та шулай икән, Нардуған тигән һүҙ ҡояш тыуған тигәнде белдерә тип аңлатырға тырышалар. Ә Нардуған байрамы иһә, беҙҙең шарттарҙа көндөң оҙая башлаған мәленә тура килә. Ошо ваҡытта кешеләр бер-береһенә изге теләктәр әйткән, бәхет юрағандар. Ғөмүмән, характеры һәм йүнәлеше буйынса был байрам киләсәкте юрауға, алдағы көндөң именлеге, тыныслығы өсөн теләк теләүгә ҡайтып ҡала (Ҡыҙҙар ҡараңғыла кейәүе кем буласағын юраған, әбейҙәр иһә, йылдың ниндәй буласағын белергә теләп махсус һамаҡ менән йыл хужаһына мөрәжәғәт иткән һәм башҡалар). Элегерәк был йола ниндәй ҙә булһа коллектив тамаша төҫөн алғандыр тип тә фараз итеүселәр бар, сөнки нардуған йолаһына бәйле һүҙ материалы беҙгә тулыһынса килеп етә алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, был йоланың йөкмәткеһе, йүнәлеше әле беҙ белгәндәрҙән күпкә ҡыҙыҡлы булырға тейеш тип баралар.
Тора–бара, йылдар үтеү менән ваҡыт-миҙгел йолаларын һәм байрамдарын төрлө яҙыусылар һәм фольклорсылар, ғалимдар ҙа өйрәнеп, уларҙы йыйып, китап итеп баҫтырып сығара башлай. Мәҫәлән, халыҡ йолалары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың береһе - Фазыл Туйкин үҙенең бер китабын “Нардуған” исеме менән сығара. Был байрам тураһындағы мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ удмурт, сыуаш халыҡтарының йола репертуарында ла күреп була
Нардуған байрамына бәйле теләктәр
1.Нардуған ҡотло булһын,
Һыйырың һөтлө булһын,
Иген-бесәндәр уңһын,
Мал менән кәртә тулһын!
2.Нардуған, нардуған,
Нардуған, хужалар,
Ҡотло, мөбәрәк булһын,
Тормош түңәрәк булһын,
Мал-тыуарығыҙ артһын,
Ҡолондарығыҙ сапһын,
Игендәрегеҙ бик уңһын,
Күкәй кеүек туҡ булһын,
Нардуған, нардуған.
3. Нардуғаным нар булһын
Нардуғаным нарына,
Баҡма кеше йәренә;
Кеше йәре йәр булмаҫ,
Үҙ йәр генәң ят булмаҫ.
Нардуғаным нар булһын,
Эсе тулы нур булһын;
Нардуған көйөн кем көйләй,
Шул дәүләтле, бай булһын.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Марина Завгородняя. Нардуган – как тюркские народы отмечают своё «Рождество»? // МУСАГЕТ. — 2023. — 23 декабря.
- ↑ Айнутдинова Л. М.. Нардуган. Tatarica. Татарская энциклопедия.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |