Ғазап сигеүсе Екатерина сиркәүе (Ҡыҙыл Сулин)
Ыҙа сигеүсе Екатерина сиркәүе (Изге Екатерина сиркәүе) — Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл Сулин ҡалаһында православие ҡорамы, Шахта һәм Миллер епархияһына ҡарай[1].
Адресы: Ростов өлкәһе, Ҡыҙыл Сулин районы, Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы, Вокзал урамы, 120а[2].
Тарихы
Ғибәҙәтхана фермер, «Пригородное» ООО директоры, Ҡыҙыл Сулин ҡала йыйылышы депутаты Мирошниченко Юрий Александрович аҡсаһына төҙөлә, ул тормоштан иртә киткән әсәһенең исемен йөрөткән сиркәү төҙөргә ҡарар иткән була[3].
2012 йылдың 30 мартында Изге Екатерина ҡорамының нигеҙ ташы изгеләндерелә; 2012 йылдың 4 декабрендә көмбәҙҙәре изгеләндерелә. 2013 йылдың 10 майында Шахта һәм Миллер епискобы Игнатий ҡорамды изгеләндереү йолаһын башҡара. Был Дон ерендә таж ҡиәфәтендәге көмбәҙ менән берҙән-бер ағас сиркәү була.
2014 йыл<да Екатерина ғибәҙәтханаһы Юрий Мирошниченкоға епископ Игнатий «Шахта епархияһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» епархия миҙалын тапшыра[4]. Ошо уҡ йылда Екатерина ғибәҙәтханаһында яңы киот һәм Пресвятая Богородица иконаһы ҡуйыла, уларҙы Сулин округы мәхәлләләренең епискобы ярҙамсыһы, Екатерина ғибәҙәтханаһының өлкән священнигы протоиерий Василий Хадыкин изгеләндерә[3]
Украинаның көнсығышында ҡораллы конфликт барышында Екатерина мәхәлләһе Украинанан килгән ҡасаҡтарға ярҙам күрһәтә[5].
2016 йылда сиркәү мәхәлләһендә Юрий Мирошниченко тырышлығы менән мәхәллә ашханаһы ойошторола, ул байрам һәм ял көндәре эшләй. Был бинаны ваҡытлыса йәкшәмбе мәктәбе өсөн ҡулланыу планлаштырыла[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Красный Сулин. Церковь Екатерины.
- ↑ Церковь Святой великомученицы Екатерины (Красный Сулин)
- ↑ 1 2 Екатерининский храм
- ↑ Красносулинский вестник (Красный Сулин) 2017 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
- ↑ Екатерининский приход г. Красный Сулин оказал помощь беженцам из Украины
- ↑ В Екатерининском приходе открыли приходскую трапезную(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Храм Святой Великомученицы Екатерины
- Расписание Богослужений 2017 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
- Сулинское благочиние. Все церкви и монастыри.
- На историческом месте основания города Сулина совершен молебен 2017 йылдың 25 март көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |