Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы
Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы (рус. Гильмияров Габдулла Гильмиярович) — (1912 йыл - ?) Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, ефрейтор, ҡыҙылармеец [1]. Фронт һыҙығында күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Биографияһы
Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡарас ауылында тыуа. Һуңынан Мишкә ауылында йәшәй. Фронтҡа 1941 йылда Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан алына. Дим ҡасабаһында ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Хәрби званиеһы - ефрейтор. Яуҙа яраланып 1944 йылда һаулығына бәйле демобилизациялана һәм тыуған ауылына ҡайтарыла. Һуғыштан һуң сәнәғәт комбинатында ат ҡараусыһы булып эшләй [2].
Наградалары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3] 1985 йыл
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Гильмияров Габдулла Гильмиярович
- ↑ Они вернулись с победой. Мишкинский район. 2005 г.стр.136
- ↑ Гильмияров Габдулла Гильмиярович
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |