Ғәмбәриә мәсете

Ғәмбәриә мәсете (ғәр. مسجد العنبرية‎; төр. Amberiye Mescidi; рус. Мечеть Амберийе, Мечеть Хамидие) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны. Шулай уҡ Хәмидиә мәсете булараҡ билдәле.

Тарихы

Ғәмбәриә мәсете Мәҙинәлә төрөктәр хакимлыҡ иткән осорҙа ғосмандар тарафынан төҙөлә.

Мәсет ғосман солтаны Әбделхәмит II бойороғо буйынса 1908 йылда Хижәз тимер юлы проекты сиктәрендә әл-Мөғәзим тимер юлы вокзалы янында төҙөлгән. Мәсет яҡын ғына урынлашҡан Ғәмбәриә ҡапҡалары хөрмәтенә шундай атама алған.

Ғосман империяһы Хижәзгә эйә булған осорҙа төҙөлгән һәм Сәғүд Ғәрәбстаны хөкүмәте емермәгән бик аҙ тарихи биналарҙың береһе — Ғәмбәриә мәсете.[1].

Тасуирламаһы

Ғәмбәриә мәсете ғосман архитектура стилендә төҙөлгән. Ике манараһы бар, көмбәҙҙәренең береһе ҙур, бишеһе бәләкәй[1].

Күренеше

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Medine’de Görülebilecek Yerler – Tren istasyonu ve Amberiye Mescidi | Umre Bilgileri (төр.). www.umrebilgileri.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2018. Архивировано 19 май 2015 года.

Һылтанмалар