Ҡарағалпаҡ аш-һыуы
Ҡарағалпаҡ аш-һыуы (рус. Каракалпакская кухня, ҡарағалп. қарақалпақ асханасы) — ҡарағалпаҡтарҙың ҡәҙимге аш-һыуы, үҙ самими милли аш-һыуы менән бер рәттән күрше Урта Азия халыҡтарының: үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡтарҙың кулинар оҫталығынан ингән элементтарҙан тора.
Аш-һыу үҙенсәлектәре
Итле ризыҡтарҙан бында һыйыр, һарыҡ , дөйә, йылҡы, йорт ҡуяны ите һәм йорт ҡоштарының ите ҡулланыла. Һыйыр һәм һарыҡ ите барыһынан да күберәк тотонола. Ҡарағалпаҡтар, мосолман булараҡ, сусҡа ите ашамай.
Беренсе һәм икенсе итеп бирелгән ризыҡ йәки ҡушып бирелгән гарнир булараҡ джугара, маш маш, джугара оно, тары, дөгө, фасоль, сорго һәм башҡа ярмалар ҡулланыла. Бәрәңге, йәшелсә күп ҡулланыла.
Төп бешереү ысулдары — һыуҙа бешереү һәм ҡурыу. Иң киң таралғаны - ит менән ҡамыр йәймәләре комбинациялары. Йыш ҡына ҡарағалпаҡтар йәйеп ҡырҡылған ҡамырҙы һыуҙа йә һурпала бешереп, ҡурылған ит менән бирә.
Иң киң таралған ризыҡ — гуртик, былау, лагман, манпар, шауле, манты, самса, билмән, һурпа, аш-машаба, туҡмаслы һурпа[1]
Барлыҡ аш-һыуҙы ла тиерлек бойҙай ононан бешерелгән күмәс менән бирәләр.
Табынды йәшел йәки ҡара һөтлө сәй менән тамамлап ҡуялар.
Йыш бешерелгән аш-һыу
Иң йыш осрай торған ризыҡ — жуери гуртик (ыумас) һәм май гуртик. Уның джугара ононан бешерелеүе тик ҡарағалпаҡтарҙа ғына осрай.
Ҡарағалпаҡтар бигерәк тә ваҡлап туралған итте ыумас менән ашарға ярата. Ашамлыҡтың турама тигән исеме турау һүҙенән килеп сыҡҡан да инде. Бешереп алынған итте башлыса оло ирҙәр турай, ә ыумасты - ҡалғандар. Шунан һуң уларҙы бергә ҡушып бутайҙар. Ашайсылар 3 кеше йә күберәк булһа, өҫтөнә һурпа ҡойоп, тураманы дөйөм туҫтаҡта бирәләр. Турамаға ҡайһы саҡ тоҙлоҡ ҡуялар.
Сығанаҡтар
- Исай Абрамович Фельдман. Кухня народов СССР. — Киев, 1990. — С. 238. — ISBN 5-88520-098-Х.
Һылтанмалар
- Национальные кухни восточных стран мира 2020 йылдың 7 август көнөндә архивланған.
- Традиционная кухня каракалпаков: бешбармак, плов, лагман, манпар, шавля, манты, самса
- Кулинарная книга
- Каракалпакская кухня (рецепты блюд)
- Дастархан Солнечного Узбекистана
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |