Ҡолой (исем)

Этимологияһы

Ҡолой — ҡушма исем. «Ҡол» һүҙенә «ой» өндәшеү ялғауының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[1].

Билдәле шәхестәр

Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) Көсөков (1763 — 1840 йылдан һуң) — 5-се Башҡорт кантоны начальнигы (1800—1825). Башҡорт халҡы уға арнап, ҡапма-ҡаршы мәғәнәле ике «Ҡолой кантон» йырын сығарған.

Мәүлә Ҡолой (ысын исеме — Муллағол[2]) — төрки суфый шағиры. Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани артынан эйәреүсе.

Ауылдар

Сәнғәттә

Ҡолой кантон (йыр) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көйҙәрҙең береһе. Тәүге тапҡыр 1920-се йылдарҙа билдәһеҙ автор яҙып ала. Йырҙың бер нисә варианты 1951 йылда «Совет музыкаһы» журналының 3-сө һанында донъя күрә. Йырҙың варианттарын артабан фольклорсы ғалимдар Л. Н. Лебединский, С. Ә. Галин, К. Й. Рәхимов, И. В. Салтыков, Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала. Йырҙың көйө бик һағышлы.


Иҫкәрмәләр

  1. Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йылдың 16 май көнөндә архивланған.
  2. Хусаинов Г. Б. Кулуй Мавля.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 356. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ