Этимологияһы
Ҡотлобай — ҡотло, бәхетле бала. Бәхет, ырыҫ күңеленә яҡтылыҡ теләп бирелгән исемдәрҙең күбеһенә аҡ, ҡот һүҙе ҡушыла[1].
Яугирҙар
Минибаев Ҡотлобай Йөҙлөбай улы (1918—1945) — Йәрмәкәй районы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы,Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945)
Фамилиялар
Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы — (13 март 1956 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.
Ҡотлобаева Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы — (10 март 1909 йыл, Ҡазан — 11 февраль 1997 йыл, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан табип-хирург, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби табибы. Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Башҡортостанда санитар авиацияға нигеҙ һалған табиптарҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1962), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1954). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943) кавалеры.
Ҡотлобаева Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы — (12 май 1886 йыл, Ҡазан ҡалаһы, Рәсәй империяһы − 1966 йыл, Өфө ҡалаһы,Башҡорт АССР-ы) — Ҡазан университетын тамамлаған (1912), мосолман ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге табиптарҙың береһе, акушер-гинеколог. РСФСР-ҙың (1944) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1942), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Ҡотлобай Семён улы Семёнов (1909 йыл —1971 йыл) — архитектор, Мишкә районы Тымбай ауылында тыуған.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры,һуғыштан һуң Тымбай ете йыллыҡ мәктәбе директоры, 1950 йылдарҙа Мишкә районының «1 Май» колхоз рәйесе, Йошкар-Ола ҡалаһының баш инженеры һәм архитекторы.
Ҡотлобаевтар — башҡорт дворяндары нәҫеле. Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Йәлдәк улусының Кәмил ауылы башҡорттарынан.
Әҙәби геройҙар
- Һәҙиә Дәүләтшина «Ырғыҙ» романында Ҡотлобай ыңғай образ. Шул уҡ әҫәр буйынса Рәүеф Мортазиндың «Дауыл» операһында Ҡотлобай партияһы
- Наил Ғәйетбаев «Аты барҙың — дәрте бар» (Ҡотлобай)
- Хәйҙәр Тапаҡов «Янғын» хикәйәһендә (Ҡотлобай)
- Шакир Янбаев «Саптар» хикәйәһе (Ҡотлобай)
Иҫкәрмәләр
- ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 51-се.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 54-се