Ҡулса бульвары

Ҡулса бульвары (әрм.Օղակաձեւ Զբոսայգի), шулай уҡ Йәшлек паркы[1]) Әрмәнстандың баш ҡалаһы Еревандың Кентрон районында урынлашҡан.

Тарихы

1924 йылда ҡала үҫешенең генераль планында ҡаралған була. һөҙөмтәлә проект өлөшләтә генә тормошҡа ашырыла — парк ҡаланың төньяғынан, көнсығышынан һәм көньяҡ-көнсығыштан үҙәк өлөшөн биләй. Көньяҡта Тигран Мецо проспектынан һәм Изге Григорий Мәғрифәтсе соборынан төньяҡта Поплавок күленә һәм Маштоц проспектына тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо 2,5 км һәм киңлеге 120 м булып, ураҡ формаһына эйә[2] , эске сиктәрен Московян һәм Ханджян, ә тышҡы сиктәрен Исаакян, Алек Манукян һәм Ерванд Кочар урамдары тәшкил итә. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай паркты Терян, Абовян, Налбандян, Гераци, Варданян урамдары һәм Саят-Новы проспекты киҫеп үтә.

Иҫтәлекле урындары

Паркта бик күп һәйкәлдәр ҡуйылған, улар араһында — әрмән шиғриәте классигы Аветик Исаакян һәйкәле, XIX быуат яҙыусыһы һәм революционеры Микаэл Налбандян һәйкәле, XVIII быуат шағиры һәм музыканты Саят-Новы һәйкәле бар. Парк скульптуралары араһында — «Ҡулдар» композицияһы, ул Ереван һәм Италиянан туғандаш Каррара ҡалаһы араһындағы дуҫлыҡты сағылдыра (1962 йылда бер йылдан һуң Италияға визиты ваҡытында Ереван хеҙмәтсәндәре делегацияһына бүләк итеп бирелә, алыҫ түгел ерҙә ереванлыларҙың яуап бүләге — туф стела-фонтан, уны ике һарыҡ терәп тора (архитектор Исраэлян Рафо)[3][4].).

Паркта донъя чемпионы Тигран Петросян исемендәге Шахмат йорто бинаһы һәм Комитас исемендәге камера музыкаһы йорто урынлашҡан[4]. Парктың төньяҡ өлөшөндә Еритасардакан метро станцияһынан сығыу урыны бар.

Галереяһы

Каррара ҡалаһы бүләк иткән Дуҫлыҡ ҡулдары  
Архитектор Каро Алабян һәйкәле
Шағир Егиш Чаренц һәйкәле  
Полководец Вардан статуяһы Вардан Мамиконян статуяһы 

Иҫкәрмәләр

  1. Парки Еревана на официальном сайте города
  2. Egishe Sargsi︠a︡n, Konstantin Surenovich Khudaverdi︠a︡n. Армения: страна и люди : путеводитель. — 1998. — С. 116. — 207 с.
  3. Советская Армения. Справочник-путеводитель. — Издательство ЦК КП Армении, 1980. — 35 000 экз.
  4. 1 2 Путеводитель «Армения. НКР». — Ереван: «Тигран-Мец», 2012. — 700 с.

Категориялар