Ҡунаҡбай (исем)

Ҡунаҡбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

Ҡунаҡбай — «ҡунаҡ» һәм «бай» төп башҡорт һүҙҙәренән яһалған ҡушма исем. Йола буйынса ҡунаҡҡа килгәндә йәки ҡунаҡ ваҡытында тыуған ир баланы исемләгәндәр[1].

Билдәле шәхестәр

Ҡунаҡбай Йомаев (? — ғинуар 1774 йыл) — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Фамилиялар

Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улы (1885 йыл — 1938 йыл) — күренекле дәүләт эшмәкәре. Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе (1930). Сәйәси золом ҡорбаны.

Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы (Хөсәйен Ҡунаҡбай; 12 февраль 1912 йыл — 15 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, батальон замполиты, кесе лейтенант. Шағир һәм журналист, тәржемәсе. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ