Ҡыҙыл батыр (гәзит)
«Ҡыҙыл батыр» — ижтимағи-сәйәси гәзит. [[Башҡорт АССР-ының хәрби эштәр буйынса Халыҡ Комиссариатының]] сәйәси идаралығы органы. 1920 йылдың 1 ноябренән Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Бөтәһе 7 һаны донъя күрә. Гәзиттә хәрби-патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, Граждандар һуғышының барышы яҡтыртыла. Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. Мөхәррире — Дауыт Юлтый.
Сығанаҡтар
- Ҡыҙыл батыр (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Башкортостана (рус.)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |