Ҡыҙ башняһы (балет)
«Ҡыҙ башняһы» (әзерб. Qız qalası) — прологлы һәм эпилоглы өс шаршаулы балет, беренсе әзербайжан балеты[1] һәм мосолман Көнсығышында беренсе балет[2]. Музыка авторы һәм либретто — Афрасияб Бадалбейли[1].
Премьераһы
Балеттың премьераһы 1940 йылдың 18 апрелендә Әзербайжан дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә була. С. Кеворков, В. Вронский постановкаһы. Рәссамы Ф. Гусак була.
Балеттың премьераһында төп ролдәрҙе башҡаралар:
- Гюльянак — Гамэр Алмасзаде (һуңыраҡ Т. Алиева)
- Джангир-хан — А. С. Урванцев
- Полад — Константин Баташев
- Айпери, имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙ — М. Бабаева
- Гюльянактың әсәһе — Л. Тахмасиб
Артабанғы постановкалары
1948 йылда ошо уҡ театрҙа Гамер Алмасзаденың яңы хореографик вариантында спектакль яңынан тергеҙелә; сираттағы яңыртыу 1958 йылда, яңы баҫмала була.
Төп ролдәрҙе 1958 йылда башҡаралар:
- Гюльянак — Лейла Векилова (һуңынан Рәфиға Ахундова, Тамилла Ширалиева)
- Джангир-хан — Константин Баташев
- Полад — Максуд Мамедов (һуңынан Юрий Кузнецов, Владимир Плетнёв)
1999 йылдың 24 октябрендә балеттың яңы редакцияһы үтә. Яңы баҫманың авторы — Юлана Аликишизаде. Яңы музыкаль баҫманың авторы — Фәрхәд Бадалбейли. Төп ролдәрҙе башҡаралар:
- Гюльянак — Мәҙинә Әлиева
- Полад — Гюльагаси Мирзоев
- Джангир-хан — Юрий Лобачев
- Балетта шулай уҡ Афаг Меликова етәкселегендәге Дәүләт бейеү ансамбле коллективы ҡатнаша.
Балет музыкаһы
Галерея
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |