Әзербайжан Милли тарих музейы
Әзербайжан Милли тарих музейы (рус. Национальный музей истории Азербайджана, әзерб. Milli Azərbaycan tarixi muzeyi) — Әзербайжан тарихы музейы 1920 йылда асыла. Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла урынлашҡан[1].
Музей тарихы
1920 йылдың июнь айында Әзербайжан ССР-ы мәғариф халыҡ комиссариатының мәктәптән тыш эштәр бүлексәһе «Музэкскурс» ярҙамсы бүлеге булдырған, артабан ул музей статусы ала. Музей исемен бер нисә тапҡыр үҙгәртә, мәҫәлән, 1920 йылдарҙа «Әзербайжан халыҡтары тарихы музейында» тип аталған[2]). 1920 йылда музей « Әзербайжан ССР-ы дәүләт музейы» тип исемләнә, ә 1921 йылдың май айында тәүге тамашасыларҙы ҡабул итә.
1925—1960 йылдарҙа Әзербайжан ССР-ының археология үҙәге булараҡ та ҡулланыла.
1968 йылда Виктор Квачидзе етәкселегендә һыу аҫты археологияһы төркөмө төҙөлгән. Төркөм Каспий диңгеҙенең Әзербайжанға ҡараған яр буйындағы һыу аҫты -археологик тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә[3].
Хоҡуҡи нигеҙе
2011 йылдың 16 мартында Әзербайжан республикаһы президенты Әзербайжандың Милли фәндәр академияһының Әзербайжан Милли тарих музейы матди-техник базаһын нығытыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында күрһәтмә сығара[4].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Әзербайжан Милли музей тарихы
- ↑ В. А. Шнирельман, «Войны памяти. Мифы, идентичность и политика в Закавказье», М., ИКЦ, «Академкнига», 2003
- ↑ Искендер Гаджи. Каспийская одиссея Виктора Квачидзе
- ↑ Официальный сайт президента Азербайджанской Республики. ru.president.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2018.
- ↑ Официальный сайт музея 2015 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған. (әзерб.)
Һылтанмалар
- Официальный сайт (әзерб.) (инг.)