Әмин (исем)

Викидата элементы юҡ

Әмин — мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

Әмин исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән. Тыныс, имен; ышаныслы, тоғролоҡло тигәнде аңлата.[1].

Билдәле кешеләр

Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы (18 март 1891 йыл — 23 май 1963 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.

Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы (рус. Альмухаметов Амин Кульмухаметович; 17 сентябрь 1908 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы 2-се эскадроны политругы. 2-се ранглы техник-интендант. Өлкән лейтенант. «Батырлыҡ өсөн» (1942), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдарына лайыҡ була.

Хәбибуллин Руслан Әмин улы (27 март 1966 йыл) — опера йырсыһы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002).

Әлмөхәмәтов Илдар Әмин улы (рус. Альмухаметов Ильдар Аминевич; 30 март 1949 йыл) — совет һәм сәнәғәт эшмәкәре, техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995), «Мәләүез районының һәм Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданы» (2019), «Мәләүез минераль ашламалары» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәт ветераны.

Фамилияла

Әминев Зариф Хурамша улы (14 декабрь 1916 йыл — 1 сентябрь 1974 йыл) — Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы (30 ғинуар 1954 йыл) — Башҡортостандың ғалим—этнологы, философия фәндәре кандидаты (2011). Юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны.

Әмир Мөхәмәт улы Әминев (1953 йылдың 1 ғинуары, Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Һабай ауылы) — башҡорт яҙыусыһы, прозаик.

Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы (15 октябрь 1922 йыл — 12 август 1969 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкы уҡсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).

Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы (7 ноябрь 1925 йыл — 27 ғинуар 1984 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1975 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Бензин станцияһының вагон депоһы эшсеһе, 1961 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1970)]].

Әминов Рим Фәйзрахман улы (18 июнь 1941 йыл) — театр актёры, 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Әминев Салауат Хөрмәт улы (10 сентябрь 1946 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1987—1994 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры, 1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).

Әминев Таһир Мәжит улы (12 декабрь 1961 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытусыһы. Педагогия фәндәре докторы, доцент.

Әминев Әхмәт Ғата улы (1 сентябрь 1924 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Әминев Тельман Ғәзиз улы (рус. Аминов Тельман Газизович; 20 ғинуар 1936 йыл — 6 ғинуар 2021 йыл) — ғалим-химик. 1975 йылдан СССР, артабан Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы.

Ауылдар

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ