Әҙибайтау

Әҙибайтау (рус. Азибай-Тау) — тау, Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан.

Географияһы

Әҙибайтау Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округының башҡорттар йәшәгән Рамаҙан ауылы янындағы тау. Билдәле булыуынса, был ауыл 1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында булған. Унан хронологик тәртиптә республиканың Йылайыр кантоны, Ейәнсура районы составына индерелә.1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенә (1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе) бирелә[1]

Этимологияһы

Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тауҙың атамаһы Әҙибай антропонимынан алынған булыуы ихтимал. Шулай уҡ был исем Хажибай тигәндән үҙгәреп китеүе лә мөмкин. Мәҫәлән, Башҡортостандағы Хажи мәсете лә урыҫ телендә Азиевская мечеть тип аталған[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. Азибай-Тау//Природа Оренбургской области 2020 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
  • С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.

Тема буйынса өҫтәмә