3 сентябрь ихтилалы
3 сентябрь ихтилалы | |
Ваҡиға ваҡыты | 3 сентябрь 1843 |
---|---|
Дәүләт | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
1843 йылдың 3 сентябрендәге ихтилал — Афиналағы хакимлыҡ итеүсе король Оттон Баварлының абсолютизмына ҡаршы грек армияһының киң халыҡ ҡатламдары яҡлаған ихтилалы. Грек милли-азатлыҡ революцияһы ветерандары етәкселегендәге баш күтәреүселәр Конституция күрһәтеүҙе һәм бавария хөкүмәтендә өҫтөнлөк биләгән чиновниктарҙың сығып йөрөп тикшереүҙәрен талап иткән. Грецияла яңы конституцион монархия осорона нигеҙ һалыусы революция уңышҡа өлгәшә.
Тәүшарты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш дәүерендә грек баш күтәреүселәре бер нисә либераль һәм прогрессив конституция ҡабул иткән, шулай уҡ хәрби ваҡытлы хөкүмәттәр һайлаған. 1832 йылда монархия урынлаштырған впаҡыттан һәм бавар принцы Оттон хакимлығы осоронан алып бөтә либераль институттар бөтөрөлә. Киләһе ун йыл эсендә Оттон һәм уның регенттары, бөтә тулылығындағы власты үҙ ҡулында туплап, ғосман иҙеүенән яңы ғына ҡотолған халыҡтың көслө ризаһыҙлығын тыуҙырған. Йәшәп килгән режимды, алдағы «Франкократия» һәм «Төрөккратия» баҫымына оҡшатып, гректар «Баварократия» тип атаған. Оттондың иң популяр булмаған ҡарарҙарының береһе — ул немец телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеүе.
Грек сәйәсмәндәре ваҡыты-ваҡыты менән халыҡты бындай хәлгә сик ҡуйырға ҡотортҡан, шулай уҡ барлыҡ бавар чиновниктарын Германияға ҡыуыуҙы һәм Грецияға Конституция биреүҙе талап иткән. Бер үк ваҡытта улар монархия институты барлығын шик аҫтына ҡуймай. Бынан тыш, улар монархҡа үҙҙәренең конституцияһын көсләп тағырға ынтылмай, конституцияны монарх үҙе биреүен теләй. Был талаптарҙы илдең барлыҡ сәйәси көстәре, бөтә грек сәйәси партиялары һәм шулай уҡ француз, урыҫ һәм инглиз партиялары бер тауыштан хуплай.
Заговор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Король бер нисә тапҡыр был талаптарҙы ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартҡан, шуға күрә радикаль даирәләр бергә эш итеү өсөн йәшерен һүҙ ҡуйышырға ҡарар иткән. Төп заговорсылар — Макрияннис, Иоаннис, Метаксас, Андреас, Андре Лутос, Константин Зографос, Михаил Сутсос һәм Ригас Паламидис. Улар ҡайһы бер чиновниктарҙы, улар араһында полковник Димитриос Каллергисты (ҡара: Калергис, Деметриос) — афина кавалерияһы командующийын, полковник Скарвелисты— афина пехотаһы командующийын һәм полковник Спиромилисты — хәрби академия етәксеһен үҙ яғына ауҙарған.
Шулай итеп, заговорсылар армияның шаҡтай ярҙамына таянырға иҫәп тотҡан. Уларҙың идеяһы шунан ғибәрәт: монархты «факт алдына» ҡуйыу мөмкинлеге булһын өсөн, бик оператив эшләргә кәрәк. Бола менән сығыш яһау 1844 йылдың 25 мартына — төрөк хакимлығына ҡаршы ихтилалдың бер йыллығын билдәләү көнөнә планлаштырылған була. Әммә планды сер итеп тотоу томошҡа ашмаған. Яннис Макрияннис, мәҫәлән, яңынан-яңы заговорсылар йәлеп итергә тырышып, заговор әҙерләнеүен белендергән. Иң ахырҙа, 1843 йылдың сентябрь башына сығыш яһарға ҡарар ителә.
Ихтилал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1843 йылдың 2 сентябренә ҡаршы төндә заговорсыларҙың исемдәре полицияға билдәле булған. Макрияннистың йортон даими күҙәтеү аҫтында тотҡандар. Шулай итеп, Каллергис башланғысты инициатива үҙ өҫтөнә алған, ул ашығыс рәүештә казармаларҙан хәрбиҙәрҙе саҡыртып алған һәм улар менән Король һарайына йүнәлгән, бер үк ваҡытта ул мәҙрәсә тотҡондарын азат итергә бойороҡ биргән. Афинала артиллерия менән командалыҡ иткән капитан Схинас ихтилалды баҫтырырға бойороҡ биргән, һөҙөмтәлә үҙе баш күтәреүселәргә ҡушылырға ҡарар иткән. Король һарайына килеп еткән хәрбиҙәр «Йәшәһен Конституция!» тип ҡысҡыра башлаған
Оттон оҙаҡҡа һуҙа алмаған, баш күтәреүселәрҙең талаптарын ҡабул иткән һәм 1844 йылдың мартына конституцияны тәҡдим иткән; Греция Дәүләт советы, түңкәрелешкә ынтылыш булырын көтөп, ғәмәлдә конституцияны төҙөп башлаған булған. Король Оттон Андреас Метаксасты илдең хөкүмәтен төҙөүҙе һәм етәкләүҙе тәҡдим иткән, шулай уҡ Милли йыйылыш саҡырыу вәкәләттәрен биргән һәм ул 1844 йылдың 10 ноябрендә Иҫке парламент бинаһында саҡырылған. Шул ваҡыттан бирле Король һарайы алдындағы майҙанды Конституция майҙаны тип атай башлағандар.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 3 сентябрь ихтилалы
- Афина тарихы
- Грек республикаһы дәүере башындағы Афина. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.