«Варшава өсөн 1939-1945» миҙалы
«Варшава өсөн 1939—1945» миҙалы (пол. Medal za Warszawę 1939-1945) — 1945 йылдың октябрендә раҫланған Польша хәрби наградаһы. Миҙал менән бүләкләү «1939 йылдың сентябрендә Варшаваны обороналауҙа әүҙем ҡатнашҡаны, Варшава подпольеһында һәм 1944 йылғы Варшава ихтилалында ҡатнашҡаны, 1945 йылдың ғинуарында ҡаланы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» башҡарыла. «Варшава өсөн 1939—1945» миҙалы менән сит ил граждандары ла бүләкләнә. 1999 йылдың 8 майына тиклем тапшырылған.
Тасуирламаһы
«Варшава өсөн 1939—1945» миҙалы Польша Халыҡ Республикаһы Дәүләт Советының 1945 йылдың 26 октябрендәге Декреты нигеҙендә булдырыла. Ошо уҡ Декрет менән миҙал тураһында Положение һәм уның тасуирламаһы раҫлана. Миҙал бер дәрәжәгә эйә була һәм ул бер тапҡыр бирелә.
«Варшава өсөн 1939—1945» миҙалы түңәрәк формала һәм диаметры 33 мм, бронзанан эшләнгән. Миҙалдың алғы яғында һул ҡулында ҡалҡан һәм уң ҡулында ҡылыс тотҡан сирена һүрәте — Варшава ҡалаһы гербы — һәм өс тулҡынлы һыҙат урынлаштырылған. Түңәрәктең аҫҡы ситендә: «ZA WARSZAWĘ», өҫкө ситендә — даталар: «1939» һәм «1945» яҙыуы һуғылған. Яҙыу менән даталар араһында һул һәм уң яҡта ике янған факел һүрәте урынлаштырылған.
Яҙыу менән даталар араһында һул һәм уң яҡта ике янған факел һүрәте урынлаштырылған. Сирена һүрәте түңәрәк буйлап сикләү (бортик) менән уратып алынған. Миҙалдың кире яғында дүрт юллы «RP / OBROŃCOM / BOJOWNIKOM / OSWOBODZICIELOM» яҙыуы һуғылған. Яҙыу аҫтында имән япрағынан һәм өс имән сәтләүегенән торған композиция урынлаштырылған.
Миҙалдарҙағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы. Миҙалдың ике яғы ла сикләмә(бортик) менән уратып алынған. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә таҫмаға беркетелә торған ҡулсалы ҡолаҡсыҡ бар. Миҙалдың кире яғы шыма тоноҡ (матовый) булған төрө бар. «Варшава өсөн 1939—1945» миҙалының таҫмаһы — ҡыҙыл төҫтәге ялтырауыҡлы (муаровый) ебәк, киңлеге 35 мм, ике яғында һары төҫтәге ике буй һыҙаты бар. Оҙонса һыҙаттарҙың киңлеге — 4 мм. «Варшава өсөн 1939—1945» миҙалы күкрәктең һул яғында, «Халыҡ Польшаһының 40 йыллығы» юбилей миҙалынан һуң тағып йөрөтөлә.
Бүләкләү
1946 йылда оборона министры тарафынан миҙалды райондарҙың хәрби командирҙарына, 1, 2, 3, 4 һәм 6 Пехота дивизияһы командирҙарына, 1-се Варшава кавалерия дивизияһы командирына һәм азатлыҡ һәм демократия өсөн көрәшселәр Союзы Советы Башлығына биреү хоҡуғы иғлан ителә. 1958 йылдан миҙалды тапшырыу хоҡуғына Дәүләт Советы, ә 1989 йылдан Һуң — Польша президенты эйә була.
1992 йылдың 16 октябрендәге законға ярашлы, миҙал менән бүләкләү 1999 йылдың 8 майынан туҡтатыла.
Бөтәһе 131242 награда тапшырыла. «Варшава өсөн 1939—1945» миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында Польшаның беренсе президенты Болеслав Берут, Владислав Гомулка, Польша Маршалы Михал Роля-Жимерский, генералдар В. Корчиц, С. Поплавский, А. Завадский һәм Ю. Роммел, полковник М. Мочар була (сәйәси мотивтар буйынса миҙал менән Крайова Армияһының күпселек ағзалары бүләкләнмәй).