«Халыҡ батырлығы» берләштерелгән мәғлүмәт базаһы

«Халыҡ батырлығы» берләштерелгән мәғлүмәт базаһы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы документтарҙың электрон йыйылмаһы.

Ойоштороусыһы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының телекоммуникация һәм мәғлүмәт технологияларын үҫтереү департаменты. «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәте элемтә ярҙамы күрһәтә[2].

Электрон базаны булдырыу менән «Опыт» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте шөғөлләнә, проект буйынса эш күләме — 22 миллион һум[3].

Оборона Министрлығында был сайт донъяла быға тиклем булмаған тип белдерелә.

2010 йылдың апреленен сайт тест (тикшереү) режимында эшләй.

Электрон мәғлүмәттәрҙе тулыландырыү 2012 йылдың декабренә планлаштырылған.

Интернеттағы сайттың адресы: www.podvignaroda.mil.ru 2012 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
www.podvig-naroda.ru
www.podvignaroda.ru[2].

Сайты ҡарау өсөн Adobe Flash программаһын ҡуйыу талап ителә.