«Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы

«Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы — Ҡырым ярымутрауының Рәсәй составына инеүенн һуң Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тарафынан 2014 йылдың 21 мартында булдырылған ведомство наградаһы (айырыу билдәһе)[1].

Миҙал диаметры 32 миллиметр булған түңәрәк формаһында. Уң яғында Ҡырым ярымутрауының рельеф һүрәте эшләнгән, уның аҫтында еңеү символы булған ике лавр ағасы ботағы урынлашҡан. Улар тоташҡан урында биш мөйөшлө йондоҙ һүрәтләнгән. Миҙалдың артында Рәсәй Оборона министрлығы ңмблемаһы, ә аҫта «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» тип яҙылған һәм ваҡиға датаһы ҡуйылған.

Награда ярымутрауҙа тыныслыҡ әтьмин итеүгә өлөш индергән хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм граждан персоналын ҡаҙаныштарын билдәләү өсөн булдырылған. Тәүге бүләкләү тантанаһы 2014 йылдың 24 мартында була[2].

Барлыҡҡа килеү тарихы

Награда Рәсәй Федерацияһы оборона министрының 2014 йылдың 21 мартындағы «Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының „Ҡырымды ҡайтарған өсөн“ миҙалын булдырыу тураһында» 160-сы бойороғо менән булдырыла[1]. Миҙалды Рәсәйҙең наградалар системаһына 2014 йылда Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы сәбәпле индерелә. 2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда референдум үтә, ул автономияның статусын билдәләй. Тауыш биреүселәрҙең күпселеге — 96 проценттан күберәк, Ҡырым автономиялы Республикаһының һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәй составына инеүен хуплай. Ә 18 мартта тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыла[3].

Награданың прототибы — 1944 йылда уҡ булдырырға тәҡдим ителеп тә[3] тормошҡа ашырылмаған[4] «Ҡырымды азат иткән өсөн» миҙалы тора.

Бүләкләү тантаналары 2014 йылдың 24 мартында башлана[5].

Тасуирламаһы

«Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы көмөш төҫөндәге металдан эшләнгән, диаметры 32 миллиметр булған түңәрәк формаһында, ике яҡлап та ситтәре ҡабарынҡы. Уң яғында Ҡырым ярымутрауының рельеф контуры һүрәтләнгән. Уның аҫҡы яғы лавр ботаҡтары менән уратылған. Лавр ботаҡтары уртаһында биш мөйөшлө йондоҙ тора. Миҙалдың кире артында өҫкө өлөштә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының ике башлы, бер тәпәйенә ҡылыс, икенсеһенә имән веногы тотҡан көмөш бөркөт төшөрөлгән эмблемаһы урынлашҡан. Бөркөттөң күкрәген өсмөйөшлө ҡалҡан ҡаплай. Ул аҫҡа табан һуҙылған, һәм тажға табан күтәрелә. Ҡалҡанда һөңгө менән аждаһаға ҡаршы алышҡан һыбайлы төшөрөлгән. Эмблеманан аҫтағы өс юлда ҙур хәрефтәр менән: «Ҡырымды ҡайтарған өсөн 20.02.14 — 18.03.14» тип яҙылған. Түңәрәк әйләнәһе буйынса өҫкө яҡта Оборона министрлығы, аҫта Рәсәй Федерацияһының тигән һүҙҙәр урынлашҡан[6].

Миҙал биш мөйөшлө колодкаға күҙләү һәм ҡуса ярҙамында беркетелә. Колодка 24 миллиметр киңлегендәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Уның уң яҡ ситенән киңлеге 10 миллиметр булған ҡыҙғылт һары төҫтәге һыҙат үтә, ул киңлеге 2 миллиметрлыҡ ҡара һыҙат менән ҡаймаланған. Ҡыҙғылт һары төҫтөң һул яғынан уң сите киңлеге 2 миллиметрлыҡ зәңгәр, һул сите 2 миллиметрлыҡ ҡыҙыл һыҙат менән ситләнгән аҡ һыҙат үтә[6].

Ҡырым Республикаһының «Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыуының 10 йыллығын билдләү 2014—2024» юбилей миҙалы

Ҡырым Республикаһы Дәүләт советының 2023 йылдың 29 ноябрендәге 2005-2/23 һанлы ҡарарына ярашлы, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы өсөн ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәткән, әүҙем сәйәси эшмәкәрлек алып барған һәм шәхси өлөш индергәндәрҙе, шулай уҡ 2014 йылдың 16 мартында Ҡырымдың статусы буйынса референдумды әҙерләү һәм үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙы, Ҡырым Республикаһы граждандары ғүмере һәм хоҡуҡтары менән бәйле сараларҙы тәьмин иткәндәрҙе, шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлағандағы фиҙаҡәрлек, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәндәрҙе, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа граждан йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндәге ҡыйыу ғәмәл ҡылыусыларҙы дәртләндереү өсөн «Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыуының 10 йыллығына 2014—2024» юбилей миҙалы булдырыла[7].

Награда Рәсәй Федерацияһы граждандарына, сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмағандарға тапшырыла. Кандидатураларҙы Ҡырым Республикаһы башлығы, Ҡырым Республикаһының Дәүләт советы рәйесе, Ҡырым Республикаһы Президиумы ағзалары йәки улар булмағанда ошо вазифаларҙы башҡарыусылар тәҡдим итә. Тәҡдим итеү Ҡырым Республикаһы башлығы йәки Дәүләт советы рйесе исеменә тәҡдим итеү формаһында башҡарыла[7].

Миҙалды Ҡырым Республикаһы башлығы йәки уың ҡушыуы буйынса башҡа вазифалы етәксе, ҠР Дәүләт йыйылышы советы йәки уның ҡушыуы буйынса башҡа вазифалы кеше тарафынан тантаналы шарттарҙа тапщырыла. Бүләкләнеүсегә миҙал билдәһе һәм танытма бирелә. Ҡабаттан бүләкләү үткәрелмәй, миҙалдың һәм танытаның дубликаттары бирелмәй[7].

Миҙалдың уң яғында Ҡырым күпере, һул һәм уң яҡтарҙа Керчь һәм таманб ярымутрауҙары өлөшө карталары сағылыш тапҡан. аверстың өҫкө яғында «Ҡырым Рәсәй менән» тигән яҙыу урынлаштырылған, ә аҫҡы өлөшөндә — «2014-2024» даталары яҙылған. Реверста «Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыуының 10 йыллығына 2014—2024» тигән яҙыу бар[8].

Өҫтәмә дәртләндереү саралары

1995 йылдың 12 ғинуарындағы «Ветерандар тураһында» 5-ФЗ Федераль ҡанундың 7-се статьяһына ярашлы[9][10], ҡартлыҡ йәки хеҙмәт стажы буйынса пенсия алыу өсөн тейешле хеҙмәт стажы булғанда ведомство билдәләре менән наградланыусылар «Хеҙмәт ветераны» исемен алырға хоҡуҡлы[11][12]. Уны биреү тәртибе һәм шарттары Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән[13].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Приказ Министра обороны РФ от 21 марта 2014 года № 160 «Об учреждении медали Министерства обороны Российской Федерации „За возвращение Крыма“». Справочно-правовая система «Гарант». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  2. Керченские ополченцы получили российские медали «За возвращение Крыма». Lenta.ru (23 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2024.
  3. 1 2 Минобороны России учредило медаль «За возвращение Крыма». Газета.ру (25 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  4. Медаль «За возвращение Крыма». Ордена и медали России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  5. Готовились заранее: медаль «За возвращение Крыма» сделана задолго до этого события. Новые известия (9 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  6. 1 2 Медаль за возвращение Крыма. voen-pravo.ru (16 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  7. 1 2 3 Постановление Государственного Совета Республики Крым от 29.11.2023 года № 2005-2/23 «Об учреждении юбилейной медали Республики Крым „В ознаменование десятой годовщины воссоединения Крыма с Россией 2014-2024“». Официальный интернет-портал правовой информации (1 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  8. В Крыму утвердили вид медали к 10-летию воссоединения с Россией. РИА Новости (5 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  9. Федеральный закон от 12.01.1995 г. № 5-ФЗ. О ветеранах. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  10. Российская Федерация. Федеральный закон "О ветеранах". pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  11. Статья 2. Лица, имеющие право на присвоение звание "Ветеран труда Республики Крым". base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
  12. Положены ли сыну льготы? Архивная копия от 29 июль 2017 на Wayback Machine, На вопросы читателей «Красной звезды» отвечает начальник 2-го управления Главной военной прокуратуры генерал-майор юстиции Александр Никитин.
  13. Статья 4. Порядок подачи документов на присвоение звания "Ветеран труда Республики Крым". base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.