«Ҡыҙыл ҡаҙаҡсы» заводының һыу ҡыуҙырғыс башняһы

«Ҡыҙыл ҡаҙаҡсы» заводының һыу ҡыуҙырғыс башняһы Санкт-Петербургта, Васильев утрауының 25-се һыҙығы, 4 адресы буйынса урынлашҡан

Тарихы

1857 йылда Васильев утрауының 25-се һыҙығыһәм Масляный канал (хәҙер күмелгән) кварталдары араһында француз сауҙагәре Ф. А. Шопендың суйын ҡойоу заводына нигеҙ һалына. 1873 йылда ошо уҡ кварталда сым һәм ҡалай прокаты заводының йәмғиәте ойошторола, уны 1921 йылда «Ҡыҙыл ҡаҙаҡсы» тип үҙгәртәләр. Беренсе биш йыллыҡ ваҡытында бында яңы биналар төҙөлөшө әүҙем йәйелдерелә, улар араһында иң билдәлеһе булып канат цехының һыу ҡыуҙырғыс башняһы тора, ул Петербург Художество академияһын тамамлаған архитектор Яков Чернихов проекты буйынса төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта канат цехы үҙгәртеп ҡоролған һәм тәүге ҡиәфәтен юғалтҡан, ә башня үҙенең туранан-тура тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай. Унда заманса сәнғәт галереяһын булдырыу буйынса проект бар.

Архитектураһы

Һыу ҡыуҙырғыс башня — конструктивизм архитектураһының сағыу өлгөһө. Башняның төҙөлөшөндә ике геометрик күләмдең — һомғол призматик олондоң һәм унда күтәрелеп торған цилиндрик бактың бәйләнеше аныҡ күҙәтелә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Авангард в архитектуре Ленинграда

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Категориялар