«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» миҙалы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» миҙалы
Дәүләт
Нигеҙләүсе Александр I Павлович
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән көмөш
Диаметр 28 миллиметр
Нигеҙләү датаһы 18 (30) август 1814
Һаны около 150 000
Изображение орденской планки
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» миҙалы урыҫ ғәскәрҙәре 1814 йылдың 19 (30) мартында Парижды алыуы хөрмәтенә Александр Беренсенең 1814 йылдың 18()30 авгусындағы манифесы менән булдырыла.

Миҙалдың алғы яғында Александр Беренсенең билгә тиклемге, уң яҡҡа ҡарап торған һүрәте лавр тажы эсенә ҡуйылған һәм өҫтәрәк урынлаштырылған «бөтә нәмәне лә күрә торған күҙ» уны нурға ҡойондора. Артҡы яғында миҙалдың сите буйлап ҡуйылған лавр тажы эсенә биш юллыҡ яҙыу урынлашҡан: «ЗА — ВЗЯТIЕ — ПАРИЖА — 19 МАРТА — 1814»[1].

Миҙал француз баш ҡалаһын алыуҙа ҡатнашҡан бөтә яугирҙарҙы — һалдаттан генералға тиклем — наградлау өсөн тәғәйенләнә. Ләкин ул бер кемгә лә тапшырылмай: Бурбондар династияһы аяҡҡа баҫтырылыуға бәйле, урыҫ императоры был миҙалды сығарыу ҡасандыр баш ҡалаларының емертелеүе тураһында француздарҙың иҫтәренә төшөрөү кеүек ҡабул итерелер һәм был миҙалды сығарыу дипломатикаға тап килмәй, тип уны сығарыуҙы туҡтата.

Тик 12 йыл үткәндән һуң ғына император Николай Беренсе «…урыҫ ғәскәрҙәренең Парижға бәреп инеүе йыллығы алдынан, 1826 йылдың 18 мартында, был миҙалды ағаһы (Александр Беренсенең) кәшәнәһендә изгеләндерергә ҡуша», һәм миҙал 1874 йылда һуғыш кампанияһында ҡатнашыусыларға таратып бирелә.

Миҙал һуғышта ҡатнашыусыларға 1826 йылдың 19 мартынан алып 1832 йылдың 1 майына тиклем таратып бирелә. Бөтәһе 160-тан ашыу миҙал тапшырыла. Әлбиттә, 1812 йылдың Ватан һуғышы геройҙарының 1826 йылға тиклем яҙылған портреттарында башҡа наградалары араһында был миҙал юҡ.

Миҙал көмөштән ҡойола. Үлсәме буйынса ул өс төрлө була: дөйөм ғәскәри — диаметры 28 һәм 25 мм һәм кавалеристарҙы наградлау өсөн — 22 мм. Награданы таҫмаға тағыу өсөн өҫкө яҡҡа ҡолаҡсын ҡуйыла. 1812 йылдың атаҡлы партизаны Денис Давыдовҡа тапшырылған миҙал Петербург хәрби-патриотик музеенда һаҡлана. Был миҙалдың бәләкәйләтелгән төрҙәре лә була — 12, 15, 18 мм, улар граждандар кейеменә тағыу өсөн махсус эшләнә.

Миҙалды беренсе тапҡыр ҡабул ителгән Әндерәй-Георгий таҫмаһына тағыу күҙаллана: Әндерәй таҫмаһы — зәңгәр төҫтә һәм Георгий таҫмаһы — дүрт ҡара һыҙатлы һары-ҡыҙыл төҫтә.

Миҙалдың һүрәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙал менән бүләкләнгән ҡайһы берәүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыу өсөн хәҙерге Баймаҡ районының Сибай ауылы янында 15-се башҡорт полкы төҙөлә. Был хаҡта Баймаҡ районынан крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов яҙып сыға («Атайсал» гәзите, 17.01.2012 йыл). Рәсәй армияһы составында 15-се башҡорт полкы яугирҙары ла Париж урамдарына беренселәрҙән булып бәреп инә. Ошо полктан зауряд-есаул Тутай Яҡшығолов, яугирҙар Бурансы Ҡаҙаҡбаев, Мөхәмәтша Ҡотанов һәм зауряд-хорунжий Ишбирҙе Юлдашбаев һәм урядник Иҫәнғол (фамилияһы аталмаған) күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Некоторые награждённые медалью
  • Мәҡәлә «Ишбирҙиндарҙың данлы шәжәрәһе» («Атайсал» гәзите, № 4, 17.01.2012).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]