Абсолют монархия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Идара итеү формаһы

Монархия

Абсолют монархия .
Конституцион монархия .
Парламентар монархия .

Абсолют монархия (лат. absolutus — тулы, шартһыҙ) — дәүләттең тулы власы (закон сығарыу, башҡарыу, суд, ҡайһы саҡта дини) бер кеше ҡулында булған монархияла идара итеү формаһы. Монархия — диктатура һәм республиканан алда килгән идара итеү формаһы. Монархияны XVIII быуатҡа тиклем барлыҡҡа килгән барлыҡ дәүләт тә кисерә.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абсолют монархияла власть үҙәктә туплана, бюрократия аппараты, даими армия, полиция, социаль ҡатлам тармаҡтары үҫешә. Көнбайыш Европала абсолют монархияның иң көслө сағы XVII—XVIII быуатҡа тура килә. Рәсәйҙә абсолютизм XVIII—XX быуат башына тура килә.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заманда бер ниндәй шартһыҙ 6 дәүләтте абсолют монархия тип атап була: Бруней, Сәғүд Ғәрәбстаны, Оман, Ҡатар һәм Ватикан.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге — 7 абсолют монархиянан торған федератив дәүләт.

Ватикан хәҙерге замандағы берҙән-бер теократик монархия.

de:Monarchie#Absolute Monarchie