Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы

Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы (18 март 1939 йыл, Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙерге Ишембай) Йәнырыҫ ауылы — 5 май 2006 йыл, Өфө ҡалаһы) — табип-офтальмолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981).

Биографияһы

1964 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Өфөлә 18-се ҡала больницаһында участка терапевты,1966 йылдан 10-сы ҡала больницаһында окулист булып эшләй.

1968 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһында ординатураға уҡырға инә.

1970 йылдан башлап, Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтында эшләй. 1974 йылдан- глаукома кабинеты мөдире, шул уҡ саҡта Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш глаукоматологы вазифаларында эшләй. Венера Хәмит ҡыҙы республика табиптары менән берлектә глаукома сирен киҫәтеү, уны башланған осорҙа диагнозлап, кешеләрҙең күреү һәләтен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә.

1987—1998 йылдарҙа консультация- поликлиника бүлеге мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге 40 йәштән уҙғандар араһында глаукоманы башланған осоронда уҡ табып, сирлеләрҙе диспансеризациялауға арналған. Венера Хәмит ҡыҙы Абыҙгилдина- 7 фәнни хеҙмәт авторы.

Ғаиләһе

Тормош иптәше Юнир Миңлеғәли улы Абыҙгилдин -профессор, техник фәндәр докторы, 1986—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть-техник университет проректоры[1]. Улы- Айрат Юнир улы Абыҙгилдин, техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт нефть-техник университетының инженерлыҡ графика кафедраһы мөдире[2].

Һылтанмалар

  • Ишимбайская энциклопедия,-Уфа: Башкирская энциклопедия.-2015 г.-С.55.
  1. башкирская-энциклопедия.рф/…/2…/7613-abyzgildin-yunir-minigaleevich.html
  2. башкирская-энциклопедия.рф/index.php/7611