Австрия пинчеры
Тышҡы күренеше
Тарихы
Австрия пинчеры айырым тоҡом булып 1928 йылда, шуның менән бергә Австрия фермалары эргәһендә табылған иҫке типтағы пинчерҙарҙан сығарылған тип таныла. Был хайуан немец-австрия пинчерҙары һәм урындағы эттәрҙең ҡатышмаһы булып тора[3].
XIX быуат аҙағында, фермаларҙа эттәрҙең кәрәге бөткәс, Австрия пинчерҙары юҡҡа сыға башлай[4]. XX быуат башында Эмиль Хаук (нем. Emil Hauck), 1843 йылда Х. фон Меер тарафынан (H. Meyer von) «һаҙлыҡ эте» тип аталған, урындағы эттәрҙе эҙләй башлай. Ул Австрия ауылында «һаҙлыҡ этенә» оҡшаған эттәр таба[5][6]. 1921 йылда ул, эт тоҡомон билдәләү һәм тергеҙеү, уларҙы башҡа урындағы эттәрҙән айырыу өсөн, етди рәүештә эттәр үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. Австрия эт аҫраусылыҡ клубы тәүге тапҡыр «Kurzhaarpinscher Österreichischer» (урыҫса Австрия ҡыҫҡа йөнлө пинчер) тоҡомо булараҡ 1928 йылда таный. Тоҡомға исеме уның тоҡомо сыҡҡан урындарҙы билдәләү маҡсатында һәм тоҡомдо ҡаты йөнлө пинчерҙан айырыр өсөн бирелә. Икенсе донъя һуғышынан һуң Австрия пинчеры вәкилдәре юҡҡа сыҡты тиерлек[7].
Һаулығы
Был тоҡом сәләмәтлеге тураһында әҙ билдәле, был тоҡом эттәре һирәк ауырый.
Темперамент
Был тоҡом эттәре бик яҡшы компаньондар, тәбиғәтте яраталар. Тоҡом стандарттары (FCI № 64) тасуирлағанса, был тоҡом эттәре бик уйынсаҡ.
Иҫкәрмәләр
- ↑ The Look 2007 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған. Austrian Pinscher Club (нем.
- ↑ Breed Standard
- ↑ Clark Anne Rogers. The International Encyclopedia of Dogs. — Howell Book House, 1995. — P. 98. — ISBN 0-87605-624-9.
- ↑ Situation Today from the Austrian Pinscher Club (Klub für österreichische Pinscher) in Austria 2007 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған. (нем.
- ↑ The History of the Geological Society of London, by Horace Bolingbroke Woodward, pg 79 Longmans, Green and Co publishers, New York, 1908
Note: the C. palustris idea came from the early days of scientific thinking about animals, and is not and has never been an actual species. - ↑ Breed History 2007 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Österreichischer Pinscher, Arche Austria 2011 йылдың 31 май көнөндә архивланған. (англ.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |