Агата Кристи (рок-төркөм)
Агата Кристи | |
---|---|
логотип | |
фото «Золотой» состав группы в 1990-2001 гг. | |
Коллектив тураһында мәғлүмәт | |
Жанрҙар |
Готик-рок постпанк психоделический рок альтернативный рок арт-рок (1988—1991, 2000) новая волна (1988—1990) |
Йылдар | 1987—2010, 2015 (воссоединение) |
Ҡала |
Свердловск / Екатеринбург (1988—1994) Москва (1994—2010) |
Йырҙар теле | русский |
Лейбл |
Sintez Records Extraphone Никитин / WWW Records Стиль Рекордс Студия Союз |
Элекке ҡатнашыусылар |
Вадим Самойлов Глеб Самойлов Константин Бекрев Роман Баранюк Александр Козлов Андрей Котов Пётр Май Лев Шутылев Альберт Потапкин Дмитрий Хакимов |
Башҡа проекттар |
The Matrixx |
agata.rip, agata.ru |
«Агата Кристи» — 1990-сы йылдарҙың уртаһында һәм икенсе яртыһында илдәге иң киң танылған СССР һәм Рәсәй рок-төркөмдәренең береһе. 1985 йылда Свердловскиҙа Вадим Самойлов, Александр Козлов һәм Петр Май ВИА «РТФ УПИ» исеме аҫтында нигеҙләгән. Төркөмдөң рәсми тарихы 1988 йылдың 20 февралендәге концерттан башлана. Шул уҡ йылдың башында, «Икенсе фронт» альбомын яҙҙырғанда, төркөмгә Вадимдың ҡустыһы Глеб ҡушыла. Һуңынан төркөм составы бер нисә тапҡыр үҙгәрә, әммә ағалы-ҡустылы Самойловтар йырсы һәм етәксе булып ҡала. Шулай уҡ улар, Александр Козлов менән бергә, төркөмдөң бөтә йырҙарының авторҙары булып тора.
Төркөмдөң ижады күп төрлө һәм рок-музыканың төрлө йүнәлештәре — готик-рок, постпанк[1], альтернатив рок, психоделик рок[1], глэм-рок һәм башҡалар менән киҫелешә.
Төркөмдөң иң билдәле йырҙарына «Viva Kalman!», «Һуғышта кеүек», «Истерика», «Әкиәти тайга», «Ҡара ай», «Диңгеҙсе», «Келәм-вертолет» һәм «Сер» композицияларын индерергә мөмкин.
Төркөм иҫәбендә ун студия альбомы, биш йыйынтыҡ, ике ремикстар альбомы, өс макси-сингл, ун һигеҙ видеоклип. Был 2009 йылда музыканттар төркөмдөң таралыуы тураһында белдерә, Рәсәй һәм яҡын сит илдәр буйынса йомғаҡлау турнеһына юллана. 2010 йылдың йәйенә төркөмдөң һуңғы альбомы — «Эпилог» яҙҙырыла. Шулай уҡ «Эпилог» тип аталған турға нөктә ҡуйып, «Агата Кристи» «Нашествие» рок-фестивалендә хушлашыу концертын бирә.
Төркөм тарҡалғандан һуң, Глеб Самойлов клавишник Константин Бекрев һәм һуғыусы Дмитрий Хәкимов менән берлектә «Самойлоff Глеб & The Matrixx» төркөмөн ойоштора (һуңынан The Matrixx).