Агнеш Гергей
Агнеш Гергей (мадьярса Gergely Ágnes; тыуғанда исеме — Агнеш Гутманн (мадьярса Guttmann Ágnes); Эндрёд (мадьярса Endrőd), Венгрия; 5 октябрь 1933) — мадьяр шағиры, прозаик, эссеист, тәржемәсе, Кошут исемендәге премия лауреаты. Уның ике туған апаһы Джудит Фэнакэл (мадьярса Fenákel Judit), шулай уҡ билдәле яҙыусы, Венгрия Әҙәбиәт академияһы ағзаһы[5].
Биографияһы
1933 йылдың 5 октябрендә журналист Дьёрди Гутманн (мадьярса Guttmann György) һәм дәүләт чиновнигы Роза Фэнакэл (мадьярса Fenákel Róza) ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Залаэгерсегта үтә, Будапешт һәм Сегед мәктәптәрендә уҡый. Уның атаһы фашистарҙың Маутхаузен концентрацион лагерында һәләк була. Агнеш Гергей әсәһе менән Швейцария ҡарамағындағы булған йортта йәшәп холокосттан ҡотола, әммә аҙаҡ улар ҙа геттоға эләгә. Венгрияны фашист ғәскәрҙәренән азат иткәндән һуң, Гутманндар Эндрёдтағы йортона ҡайталар.
Агнеш 17 йәшендә локомотив заводында хеҙмәт юлын башлай. 1950-се йылдарҙа сәйәси сәбәптәр менән университетта белемен дауам итә алмай, әммә һуңыраҡ Лоранд Этвёш исемендәге университеттың гуманитар фәндәр факультетында уҡый һәм 1957 йылда урта мәктәптәрҙе мадьяр һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы дипломын ала. 1963 йылға тиклем уҡытыусы булып эшләй.
Артабан Венгрия радиоһында сит ил трансляцияһы журналисы һәм мөхәррире була. Аҙаҡ әҙәби күҙәтеүсе булараҡ эшләй. 1977—1988 йылдарҙа әҙәби журналда мөхәррир вазифаһын үтәй[6][7][8]
Ижады
1960-сы йылдарҙан үҙ әҫәрҙәрен, башлыса мөхәббәт лирикаһын, яҙа . 2006 йылға ҡарай 14 китап нәшер итә, шулар араһында 6-һы — һайланма әҫәрҙәр йыйынтыҡтары. 2006 йылда һайланма шиғырҙар йыйынтығы сыға. Артабан дүрт бүлектән торған автобиографик романы баҫтырыла, ул ысынбарлыҡ менән фантастика жанрҙары ҡушылған стилдә яҙылған.
Тәржемәләр уның ижадында мөһим урын биләй. 1958—1959 йылдарҙа нәшер ителгән Джеймс Джойс һәм Дилан Томастың китаптары — уның тәүге тәржемәләре була. Ула башлыса шиғырҙар тәржемә итә, әммә тәржемәләр араһында драма, роман һәм хикәйәләр ҙә бар. Агнеш Гергейҙың тәржемәләре — ул ғәҙәттә инглиз әҙәбиәте, шулай уҡ башҡа телдәрҙәге әҫәрҙәргә лә тәржемә яһай.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ул каллиграфия ассоциацияһы ағзаһы һәм Венгрия яҙыусылар клубын етәкләй. 1998 йылда Венгрия Фәндәр академияһы һәм Сәнғәт академияһы советында эшләй. Бер нисә мәртәбә мадьяр әҙәбиәтен халыҡ-ара конференцияларҙа күрһәтә, сит ил әҙәби тикшеренеүҙәр үҙәге эшендә ҡатнаша.
Бүләктәре
- Аттила Йожеф премияһы (1977, 1987)
- Тибор премияһы (1985, 1996)
- Йыл китабы (1988)
- Милан Фюшт премияһы (1994)
- Сальваторе Квазимодо премияһы(1995)
- Гетц премияһы (1996)
- Кошут исемендәге премия (2000)
- Artisjus премияһы (2007)
- Будапешттың почётлы гражданины (2014)
Иҫкәрмәләр
- ↑ LIBRIS — 2018.
- ↑ веб-страница
- ↑ https://reader.dia.hu/document/Gergely_Agnes-Hajtogatos-2184
- ↑ Ágnes Gergely // Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Jánosi Olga. Petrőczi Éva: Триптих Бродскому (Brodszkij-triptichon in Russian). babelmatrix. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2018.
- ↑ VÁRNAI PÁL. 17 ÉVESEN FELVETTEK A MOZDONYGYÁRBA (венг.). Szombat (23 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2018.
- ↑ Gergely Ágnes Hajtogatós (венг.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2018.
- ↑ Gera Judit. Múlt és Jövő Fenákel Judit–Gergely Ágnes: Hajtogatós (венг.) (PDF). Novella kiadó (2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2018. 2014 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
Өҫтәмә сығанаҡтар
- Katharine M. Wilson (editor). An Encyclopedia of Continental Women Writers. — New York and London: Garland Publishing, Inc., 1991. — Vol. 1. — P. 454. — ISBN 0-8240-8547-7.
- edited by Susan Rubin Suleiman and Éva Forgács. Contemporary Jewish Writing in Hungary: An Anthology. — Lincoln and London: University of Nebraska Press, Inc., 2003. — Vol. 1. — P. 195. — ISBN 0803242751.
- Gergely Ágnes (венг.). PORT.hu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2018.
- Gergely Ágnes (венг.). Digitális Irodalmi Akadémia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2018.
- Gergely Ágnes (1933) (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2018. 2020 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
- Halmai Tamás: Gergely Ágnes; Balassi, Bp., 2012 (Kortársaink)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |