Агнеш Храницки
Кинолағы карьераһы
Агнеш Храницки кинолағы карьераһын 1970 йылдарҙа монтажсы булып башлай. 1981 йылда ул режиссёр Бела Тарр менән уның «Вольный прохожий» фильмын монтажлау менән шөғөлләнә. Шул ваҡыттан алып уның һәр фильмын монтажлай.
2000 йылдан башлап, Таррҙың «Гармония Веркмейстера» фильмы экранға сыҡҡандан һуң, Храницкий тормош иптәше төшөргән фильмдарҙың режиссёрҙашы ла була. Таррҙың фильмдары оҙайлы сценалары менән билдәле, шуға Агнеш төшөрөү майҙанында бик йыш булып, Таррға монтаж бүлмәһендә күренеш нисек артабан үҫеш аласағы һәм ниндәй сценалар бер-береһенә тап килеүе буйынса кәңәштәр бирә.[4].
Агнеш Храницкий 2007 йылда «Человек из Лондона» фильмының режиссёрҙашы, ә Тарр төп режиссёр була. Картинаның премьераһы 2007 йылда Канн кинофестиваленең конкурс программаһында күрһәтелә[5].
2011 йылда ул шулай уҡ «Туринская лошадь» фильмында режиссёрҙаш була. Фильм беренсе тапҡыр 61-се Халыҡ-ара Берлин кинофестивалендә күрһәтелә һәм Көмөш айыуға (жюриҙың гран-приһы) лайыҡ була.
Шәхси тормошо
Агнеш Храницкий режиссёр Бела Таррҙа кейәүҙә. 1978 йылда беренсе тапҡыр танышҡандан алып улар бергә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ Ágnes Hranitzky // Filmportal.de — 2005.
- ↑ Interview with Béla Tarr: About Werckmeister Harmonies (Cannes 2000, Director’s Fortnight). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2016.(недоступная ссылка)
- ↑ Mitchell, Wendy Fortissimo on board for Bela Tarr's Cannes title The Man From London. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2016.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |