Аджуран (дәүләт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тарихи дәүләт
Аджуран имамлығы
Флаг
Флаг
Аджуран XV быуатта
Аджуран XV быуатта
XV быуат — XVII быуат
Баш ҡала Калаф
Преемственность
← Могадишо солтанлығы
Геледи солтанлығы →

Аджуран — XV—XVII быуаттарҙа Уэби-Шабелле йылғаһы үҙәнендә (хәҙерге Сомали һәм Эфиопия биләмәләрендә) булған дәүләт (имамлыҡ).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт малсылыҡ менән шөғөлләнгән аджуран ҡәбиләһе (хавия ҡәбиләләре төркөмөнән) һәм өлөшләтә ярым ултыраҡ джидду (дигиль ҡәбиләләре төркөмөнән) тарафынан нигеҙләнгән. Илдең баш ҡалаһы Калаф (хәҙерге Эфиопияның Келлафо ҡалаһы), ул Могадишо һәм Меркенән Эфиопия таулығы өлкәһенә йүнәлгән сауҙа юлында урынлашҡан.

Илдә каста-ҡәбилә идара итеү системаһы булған, ул аджуранға малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡа күсмә һәм ярым күсмә ҡәбиләләр һәм игенселек менән шөғөлләнгән Шебель этно-каста төркөмө өҫтөндә власты тәьмин иткән, улар тәбиғи яһаҡ түләгән. Һөнәрселәр түбәнге кастаны тәшкил иткән. Төп дин ислам тип иҫәпләнгән, дәүләт башлығы — имам (теократия)[1]. Ил йыш ҡына күрше хавия, шулай уҡ оромо ҡәбиләләре менән һуғыштар алып барған. XVII быуатта Аджуран сомали ҡәбиләләре тарафынан юҡ ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]