Адмирал (күбәләк)
Ҡылыҡһырлама
Алғы ҡанаттарының өҫкө яғындағы, артҡы ҡанаттарының тышҡы ҡаймаһындағы арҡырыы ҡыҙыл һыҙыҡ менән айырыла; ҡанат йәйеме 6 см-ға ҡәҙәр. Һәр ваҡыт күсеп йөрөй. Яҙын Урта диңгеҙ буйынан осоп ҡайта, йәй дауамында көҙ көнө көньяҡҡа осоп китеүсе бер быуын үҫтерә. Ҡайһы ваҡыт ҡышлай. Яҡты урындарҙа: урман аҡландарында, болондарҙа, баҫыуҙарҙа, йыш ҡына ҡала зонаһында сәскә клумбаларында һәм парктарҙа осорай.
Күбәләк ҡорто кесерткәндә һәм шайтан таяғында үҫә. Адмирал һаны шаҡтай күп, ләкин гел күсеп йөрүе сәбәпле уны осратыуы ҡыйын.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡалып:Книга:Пятиязычный словарь названий животных. Бөжәктәр
- ↑ Коршунов Ю. П. Определители по флоре и фауне России // Булавоусые чешуекрылые Северной Азии. Выпуск 4. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2002. — С. 58. — ISBN 5-87317-115-7.
Сығанаҡ
- Татар энциклопедияһы 2013 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (тат.)