Адонис
Адонис | |
---|---|
бор. грек. Άδωνις | |
![]() | |
Мифология | боронғо грек дине[d] |
Даирәһә | Матурлыҡ и желание[d] |
Заты | ир-ат |
Атаһы | Кинир[d][1][2], Фоант[d][1] или Феникс[d][1] |
Әсәһе | Мирра[d][1][2] или Алфесибоя[d][1] |
Туғандары | Мирра[d], Бресия[d], Лаогора[d] и Орседика[d] |
Балалары | Бероя[d] и Голгос[d] |
![]() |
Адонис (бор. грек. Ἄδωνις, финик. ʾadōnī «хужам»; шулай уҡ уның менән бәйләнеш ἁδονά «ләззәт алыу», «тойғоло кинәнес») — боронғо грек мифологияһында[3] — иң популяр версия буйынса — Кинирҙың үҙ ҡыҙы Смирнанан улы[4] йәки Кинир һәм Метарманың улы; йә (Гесиод буйынса) — Феникс һәм Алфесибеяның[5] йә (Паниасид буйынса) Фиант һәм уның ҡыҙы Смирнаның улы[6].
Адонис үҙенең матурлығы менән дан тота: уға мөхәббәт алиһәһе Афродита ғашиҡ була. Уны шулай уҡ Дионистың һөйгәне тип тә атайҙар Дионис[7]. Көтөүсе һәм ҡуяндар һунарсыһы була[8]. Музаларҙың һунарҙы маҡтауы уны һунарсы булырға илһамландыра[9].

Уға Библ ҡалаһы бағышланған[10]. Берояның атаһы[11]. Митилендан Харетҡа ярашлы, Афродита Һәм Адонис балалары Гистапс Һәм Зариадр була[12].
Үлеме
Йәш сағында Идалия тауында[13] һунарҙа Адонисты ҡабан ҡаҙыҡ теше менән ҡабырғаһына[14] сәнсеп үлтерә[15], Афродита ҡайғырып, илай. Версия буйынса ҡабан сусҡаһына Арес әйләнә (Афродитаның һөйәре); йәки Адонистан кире ҡағылған Персефона үс ала[16], был Артемиданың асыуы һөҙөмтәһе була.
Афродита уның мәйетен латукта йәшерә[17]. Афродитаның ихтыяры буйынса ул ер аҫты батшалығынан әйләнеп ҡайта[18], аҡ умырзая сәскәһенә әүерелә[19][19]; йәки Адонистың ҡанынан рауза сәскәләре, ә Афродитаның күҙ йәштәренән анемон сәскәһе барлыҡҡа килә[20].
Афродита сабый Адонисты Персефонаға тәрбиәгә тапшырыуы тураһында хикәйә бар, ул аҙаҡтан уның менән айырылышырға теләмәй[21]. Афродита Һәм Персефона Адонис арҡаһында даулаша. Каллиопа фекеренсә, улар яртышар йыл уға эйә булырға тейеш[22].
Адонис культы
Финикийҙарҙа Адонис (Адон финикия мифологияһында) яҙҙың йәш илаһы, тәбиғәттең йыл һайын үлеү һәм терелеүҙең кәүҙәләнеше. Боронғо Грецияла Адонис байрамы йәй уртаһында ике көн үтә: беренсе көндә уның яҙғы сәскә атыу һәм терелеү символы булараҡ Афродита менән берләшмәһе байрам ителә, икенсе көнө тәбиғәттең һулыуын кәүҙәләндергән илаһҡа илау бағышлана. Аргос ҡатын-ҡыҙҙары уға ҡайғырып илай[23].
Боронғо кешеләр әйтеүенсә, Адонис арҡаһында яҙғыһын сәскәләр сәскә ата һәм йәйгеһен емештәр өлгөрә, ҡышын иһә тәбиғәт китеп барған илаһҡа ҡайғырып илай. Гүзәллеге менән әсир иткән Адонис культына илаһтың ҡатнашы булыуын белеп, ҡатын-ҡыҙҙар «Адонис баҡсалары» тип йөрөтөлгән балсыҡ көршәктәрҙә сәскәләр үҫтерә башлай[24].
Орфиктар уны Дионис менән тиңләштерә[25].
Көнбайыш семит мифологияһында Таммуз менән тиңләштерелә[26].
Мифология мәктәбе яҡлылары Адонис тураһында миф образын Ғайса Мәсих менән тиңләштерәләр
Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә
Дионисий Сиракузскийҙың «Адонис» трагедияһының төп геройы. Адонистың яҙмышы — антиклыҡ шиғриәтенең яратҡан темаларының береһе: уға Сапфо дан йырлай[27], Феокрит (Адонис хөрмәтенә йыр), Бион, Овидий («Метаморфозалар»ҙа Венера һәм Адонистың мөхәббәте); яңы шиғриәттә Шекспирҙа («Венера һәм Адонис» поэмаһы); Пушкинда («прелестный баловень Киприды… мой Адонис» һәм «К Юрьеву»); Майковта («Альбом Антиноя») һәм башҡаларҙа осрай.
Адоний шиғыры Антик шиғриәттә, Адонистың үлеменә ҡарата гимндарҙа барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә.
Дәүләт Эрмитажында «Адонистың үлеме» скульптураһы һаҡлана.
Франсиско Гойя. Венера һәм Адонис. 1771. Сарагосы музейы. Сарагоса
Хосе де Рибера. Адонис һәм Афродита. 1637. Корсини палаццоһының Милли галереяһы. Рим
Паоло Веронезе. Венера һәм Адонис. 1580. Прадо музейы. Мадрид
Израиль музейы]]. Иерусалим
Астрономияла
Уның хөрмәтенә Ажонис астероиды (2101) һәм Юпитерҙың Европа юлдашында Адонис һыҙаты атала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Адонай
- Нәркәс (мифология)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Любкер Ф. Adonis (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 17—18.
- ↑ 1 2 Любкер Ф. Cinyras (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 290.
- ↑
- Мифы народов мира. В 2 т. — М., 1991-92. — Т. 1. — Стр. 46-49;
- Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. В 3 т. — М., 2001. — Т.1. — Стр. 24-26
- ↑ Диоскорид. Эпиграмма 18 Пейдж; Бион. Плач об Адонисе 91; Овидий. Метаморфозы X 503—524; Гигин. Мифы 58; 251
- ↑ Гесиод. Перечень женщин, фр. 139 М.-У.
- ↑ Антонин Либерал. Метаморфозы 34
- ↑ Фанокл. Любовные страсти = Плутарх. Застольные беседы IV 5, 3
- ↑ Феокрит. Идиллии I 109—110; Вергилий. Буколики X 18
- ↑ Ликофрон. Александра 831 и комм.
- ↑ Страбон. География XVI 2, 18 (стр. 755)
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XLII 344
- ↑ Харет X, фр.17 Мюллер = Афиней. Пир мудрецов XIII 36 // Вестник древней истории. — 1947. — № 3. — С. 252
- ↑ Проперций. Элегии II 13, 54
- ↑
- Феокрит. Смерть Адониса; Бион. Плач об Адонисе 7-8
- Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 3, 5; III 14, 3-4
- ↑ Овидий. Метаморфозы X 525—559, 708—739
- ↑ Авсоний. Распятый Купидон 58
- ↑
- ↑ Феокрит. Идиллии XV 102
- ↑ 1 2 Гигин. Мифы 251
- ↑ Бион. Плач об Адонисе. — С. 66
- ↑ Тахо-Годи А. А. Комментарий // Античные гимны. — М., 1988. — С. 342
- ↑ Гигин. Астрономия II 7, 3
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 20, 6
- ↑ Плутарх. Почему божество медлит с воздаянием, 17
- ↑ Орфические гимны LVI
- ↑ Таммуз // Библейская энциклопедия архимандрита Никифора. — М., 1891—1892.; Таммуз // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.; Таммуз // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑
Һылтанмалар
- Адонис, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- См. также Орфика, фр.201 Керн; Гигин. Мифы 248.
- Афродита и Адонис