РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Айырығойроҡтар йәки асағойроҡтар (лат. Dermaptera, рус. Кожистокрылые) — үҫеше әүрелеүҙәрһеҙ бөжәктәр отряды; ер йөҙөнөң бөтә өлөшөндә йәшәй, йорттарҙа йыш осрай торған, айыры (аслы) ҡойроҡло, ҡара йәки ҡара-көрән төҫтәге бөжәк[1].
2008 йылдың февраленә торошло 1967 төрө иҫәпләнә[2]), шул иҫәптән 49 төрө юҡҡа сыҡҡан (Zhang, 2013)[3].
Киң таралған бөжәктәр. Ҙүрлығы төрлөсә, 4 мм-ҙан 78 мм-ға тиклем булыуы мөмкин. Тәненең осонда үҫентеләр бар. Шуның өсөн уларҙы асалы ҡойроҡ тип йөрөтәләр. Был үҫентәләр һаҡланыу һәм һөжүм итеү фукнцияһын башҡара.
Был бөжәктәр йәшерен тормош алып баралар. Көндөҙ таштар аҫтына, ағас ҡайырына һәм башҡа урындарғ йәшенәләр. Төнөн актив булалар. Үҫемлек, бәшмәк, ылымыҡтар һәм бөжәктәр менән туҡланалар. Йыш ҡына үҫемлек япраҡтарын, сәскәләрен, өлгөрөп етмәгән емештәрен ашап зыян килтерәләр.
Яҙын һәм көҙөн ер аҫтындағы юлдарға өйөмләп йомортҡа һалалар. Инә зат йомортҡалар ергәһендә һаҡлап ҡыш сыға. Үҫеше еүрелеүҙәрһеҙ. Үрсеү ваҡытында бигерәк тә әүҙем осалар.
Йомортҡа һалыусы инә зат ояла
Инә зат йәш үрсемдәр менән
- Бей-Биенко Г. Я. Насекомые Айырығойроҡтар, М. — Л., 1936. 240 с. (Фауна СССР, № 5).
- Стороженко С. Ю. 1984. Обзор уховерток (Dermaptera) Дальнего Востока СССР // Систематика насекомых Дальнего Востока. — Владивосток. С. 3-7.